САРМАНАЙ
0 °С
Облачно
Барыһы ла Еңеү өсөн
4 Апреля 2025, 06:25

ҠОТЛАЙБЫҘ!

Яуаплылығы сикләнгән “Баш нефть-Добыча” йәмғиәтенең “Саҡмағошнефть” нефть һәм газ сығарыу идаралығының начальнигы Фаат Фәтхелбаян улы Хәсәновҡа “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде.

Добавить в предпочтительные источники Google
ҠОТЛАЙБЫҘ!ҠОТЛАЙБЫҘ!
ҠОТЛАЙБЫҘ!
  •  Февраль ахырында Өфөлә Халыҡ-ара “УралСтрой Индустрия” форум-күргәҙмәһе ойошторолдо. Йыл һайын үтеүсе был конкурста Дүртөйлө районы хакимиәте Рәхмәт хаты менән бүләкләнде, “Беренсе май урамындағы башҡатлы йорт” менән “Дүртөйлө сауҙа үҙәге” проекттары өсөн яуаплы төҙөлөш ойошмалары, яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәр беренселекте яуланы.  “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының Башҡортос тандағы филиалында “Ватан һаҡсыһының атаһы” миҙалын тапшырыу тантанаһы уҙҙы. Был бүләк бөгөнгө көндә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташыбыҙҙың атаһы Әнәс Мәснәүи улы Ғариповҡа бирелде. Гуманитар ярҙам йыйыуға ҙур өлөш һалыу менән беррәттән Әнәс аға һалдаттарға кәрәк яраҡты илтеп тапшырыуҙала үҙе шәхсән ҡатнаша.  “Иң яҡшы синыф етәксеһе – 2025” республика һөнәри оҫталыҡ конкурсында Дүртөйлө ҡалаһының 1-нсе һанлы мәктәбе уҡытыусыһы Римма Рим ҡыҙы Мөҙәрисова беренселекте яуланы.  “Башинформ” агентлығында “Башҡортостандың халыҡтәр биәсеһе” конкурсы еңеүселәрен тәбрикләнеләр. Улар араһында 6-нсы “Ҡояшҡай” балалар баҡ саһының педагог-психологы Эльмира Рәүф ҡыҙы Ҡужинала бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның тормош иптәше, Ҡаһарманлыҡ ордены кавалеры махсус хәрби операцияла һәләк булған. Көслө рухлы ханым улдары менән окоп шәмдәре яһай, районыбыҙҙың битараф булмаған ҡатындары менән һалдаттар өсөн туҡмас һәм үлән сәйҙәре әҙерләүҙе ойоштора.  Өфөлә уҙған IV Республика “Ирҙәр нимә тураһында йырлай?” вокал конкурсында Дүртөйлө музыка мәктәбенең “Фрегат” триоһы беренсе урынға лайыҡ булды. Йәш егеттәребеҙгә һәм уларҙың етәксеһе Индира Марат ҡыҙы Шаяповаға арыта бала ижади уңыштар теләйбеҙ!  Өфөлә 2016 йылда тыуған балалар араһында “Сарматтар алтыны” региональ футбол лигаһы уйындары уҙҙы. Турнир һө ҙөмтәләре буйынса “Олимпиясы” спорт мәктәбендә шөғөлләнеүсе Рауил Муллаянов “Иң яҡшы уйынсы” тип табылды (тренеры – Радмир Камалетдинов).  Мәләүез ҡалаһында уҙған еңел атлетика кросы буйынса республика чемпионаты һәм беренселегендә дүртөйлөләр ҙә ҡатнашты. Н.Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Эдуард Кәримов финишка беренсе килеп, еңеү яуланы.
ҠОТЛАЙБЫҘ!
ҠОТЛАЙБЫҘ!
ҠОТЛАЙБЫҘ!
Автор:Денис Мансуров
Читайте нас