САРМАНАЙ
+23 °С
Облачно
СВО
10 Сентября , 09:58

Штурмлаусы «Штурм»

Август айында сираттағы оператив кәңәшмәлә район хакимиәте башлығы Марат Латипов штурмлау полкы водителе ефрейтор Инвер Садиҡовҡа намыҫлы хеҙмәте һәм хәрби бурысҡа тоғролоғо Рәхмәт хаты тапшырҙы.

Штурмлаусы «Штурм»Штурмлаусы «Штурм»
Штурмлаусы «Штурм»

 

Инвер Баҡай ауыл Советының Түбән Сәйет ауылында тыуып-үҫкән. Урта белем тураһында аттестат алғас, Кушнаренко ауыл хужалығы техникумынын агрономия бүлегенә уҡырға ингән. Дипломлы белгес «Фрунзе» йәмғиәте ауыл хужалығы предприятияһында эшләгән. Һуңынан илебеҙҙең төньяҡ киңлектәрендә геофизиктар отряды составында хеҙмәт һалған.

2005-2007 йылдарҙа Мәскәү өлкәһендә эске ғәскәрҙәр сафында хәрби хеҙмәттә була.

–Үҙ теләгем менән махсус хәрби операция төбәгенә китеү уйы дүрт йыл элек килде, ләкин ул ваҡытта әсәйем сирләй ине. Уны ҡарарға, хужалыҡ эштәрен алып барырға кәрәк булды...– тине Инвер.

2025 йылдын декабрендә И. Садиҡов РФ Оборона министрлығы менән контрактҡа ҡул ҡуя.

Хәрби хеҙмәте Донецк Халыҡ Республикаһында башлана. «Штурм» позывнойлы хәрбиҙе штурм подразделениеһына билдәләйҙәр. Башта полк составында ул Украина Ҡораллы Көстәренең нығытмаларына һөжүм яһауҙарда ҡатнаша, дошмандың ут нөктәләрен баҫтыра. Бер ни ҡәҙәр ваҡыттан һуң тормошонда көтөлмәгән боролош була – Инвер «буханка» – медицина пункты водителенә әйләнә.

–Башта  ҡурҡыныс ҡына түгел, ә ҡот осҡос ҡурҡыныс. Һуңынан әкренләп күнегәһең. Водителдең кәрәк-яраҡтары – автомат, уға 120 патрон, гранаталар,ҡоро паек. Һәм, әлбиттә, бронежилет. Хәйер, уның менән водителгә унайһыҙ. Ҡуйылған бурысты үтәүгә бер тәүлек, ҡайһы ваҡыт күберәк ваҡыт китә. Беҙҙең бурыс – алғы һыҙыҡҡа инеп, яралыларҙы алып, госпиталгә ҡәҙәр оҙатыу. Быны ни ҡәҙәр тиҙрәк башҡарһаҡ, шул ҡәҙәр күбрәк кешеләр ғүмерен һаҡлап ҡаласаҡбыҙ. Бер ай эсендә ҡуйылған хәрби бурысты үтәү өсөн ике тапҡыр сығабыҙ. Һуңынан – ял итеү... – тип таныштырҙы хәрби тормошо менән «Штурм».

Яҡташыбыҙ һүҙҙәре буйынса, тормош шарттары һалдаттарса, блиндаждарҙа йәшәйҙәр, йыуынырға урын бар, туҡланыу яҡшы.

Инвер ҡыҫҡа ваҡытлы ялға беренсе тапҡыр ҡайтты. Өйҙә әсәһе, туғаны түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Яҡын кешеләре илде, ғаиләне һаҡлаусы менән осрашыуға сикһеҙ шатландылар. Бөгөн штурмлау полкының «Штурм» позывнойлы ефрейторы махсус хәрби операция төбәгендә инде.

 

Автор:Беҙҙен хәбәрсе.
Читайте нас