СВО
15 Апреля , 11:20

«Шәрип» позывнойлы снайпер

Контракт буйынса хеҙмәт итеүсе яугир Рил Шәрипов менән уның ғаиләһе өсөн ҡайғылы көндө осраштыҡ.

«Шәрип» позывнойлы снайпер«Шәрип» позывнойлы снайпер
«Шәрип» позывнойлы снайпер

Рилдең ялы махсус хәрби операция төбәгендә һәләк булған бер туған ҡустыһын  ерләгән ваҡытҡа тура килде. Ағалы-энеле Рил менән Илдар 2024 йылда Ватан мәфәғәттәрен яҡлаусылар сафына баҫа. Өлкәне Рәсәй Федерацияһының Оборона министрлығы менән контрактты сентябрҙә төҙөшә. Ике айҙан-кесеһе.

Рил төҙөлөш колледжында белем алаған. Уҡыуын тамамлағас, бухгалтер-иҡтисадсы таныҡылығына эйә була. Ун биш йыл төҙөлөштә эшләй.

–Минең бурысым – балаларҙы, ғаиләмде һәм  илде һаҡлау, – ти Р. Шәрипов. – Шуға күрә махсус хәрби операцияла хеҙмәт итер өсөн контракт төҙөнөм. Ҡатыным ҡарарымды тыныс ҡабул итте, бары тик: «Алда ни буласаҡ?» – тип кенә һораны.

Армияла хеҙмәттә булмагайным, әммә ҡорал менән эш итә беләм, сөнки мин  һунарсы. Аусылыҡ күнекмәләрем булғас, мине снайпер итеп билдәләнеләр. Беҙ штурмлау подразделениеларын һаҡлайбыҙ. Снайпер дошман танктарына, уларҙың ут нөктәләре һәм дрондарға ҡаршы көрәшә, – тип һөйләде Рил.

«Шәрип» позывнойлы кесе сержант Донецк Халыҡ Республикаһы территорияһында көрәшә. Авдеевка, Селидовоны азат итеүҙә ҡатнаша. Бөгөн уның подразделениһы  Покровск йүнәлешендәге хәрби хәрәкәттәрҙә алыша. Рил снайпер эшенен үҙенсәлектәре менән бүлеште:

–Снайперҙар позицияны үҙҙәре һайлай. Бер урында оҙаҡлап ултырмайбыҙ. Бурысты үтәү өсөн  етешәр-унар көнгә сығып китәбеҙ. Үҙебеҙ менән винтовка, патрондар,  ризыҡ, һыу  алабыҙ, – ти ул.

Яҡташыбыҙ  «Шәрип» «СВОла ҡатнашыусы» миҙалы менән бүләкләнде, «Һуғышсан батырлыҡ өсөн» миҙалына тәҡдим ителде.

Автор:Айгөл ВӘЛИЕВА
Читайте нас