СВО
10 Апреля , 05:15

«Большой татарин»

Махсус хәрби операция башланғас, Эдуард Әхмәтов Донбасс халҡын, ғаиләһен, Рәсәйҙе  һаҡларға баҫырға тейешмен тигән ҡарарға килә.

«Большой татарин»«Большой татарин»
«Большой татарин»

 

Ул оҙаҡ йылдар водитель булып эшләй. Районда «Сельхозхимия», «Сельхозтехника» ойошмаларында хеҙмәт һала, Ҡытайҙан йөк машиналары алып ҡайта. Өҫтәүенә уларҙы илдең төрлө төбәктәренә илтеп  еткергәндәр.

Яҙма геройы Сәйет ауылында тыуып-үҫкән. Мәктәпте тамамлағандан һуң Өфө ҡалаһының Аксаков урамындағы автомәктәпкә уҡырға инә. «С» категориялы водитель таныҡлығына эйә булғас, уны армияға саҡыралар. Хеҙмәтен Пенза өлкәһендә «ЗиЛ» маркалы йөк машинаһы водителе булараҡ үтә.

2025 йылдың сентябрендә ул Оборона министрлығы менән хәрби хеҙмәткә контракт төҙөшә.

Махсус хәрби операция төбәгендә лә ул шулай уҡ матди тәьминәт ротаһында водитель булып хеҙмәт итә. Улар «КамАЗ» автомобилдәрендә алғы һыҙыҡҡа һуғыш кәрәк-яраҡтары – снаряд һәм ракеталар ташый.  

Уның  һүҙҙәренсә, иң күп ҡыйынлыҡты дошман дрондары килтерә. Улар һәр техниканы аулай. Ә бит алғы һыҙыҡта һәр нәмә транспортҡа бәйле.

–Ғәҙәттә  ете-ун ике машинанан торған колонна менән барабыҙ һәм был һыҙыҡ алдындағы нөктәгә ҡәҙәр генә әле. Алға табан гаубица позициялары һәм «Солнцепек» залп менән атыу яйланмаһына ҡәҙәр берәмләп барып  етәһе. Көнкүреш шарттары «ярайһы ғына» – армиялағыса тиергә мөмкин. Блиндажда йәшәйбеҙ, унда барыһы ла ер аҫтында. Ашхана бар, шулай уҡ йыуынырға ла була. Маршрут буйынса барғанда кабинала һәр ваҡыт автомат бар, ҡайһы ваҡыт колонна ветролет оҙатыуында бара, – тип һөйләне Эдуард.

«Большой татарин» позывнойлы ефрейторға үҙен көн һайын ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыу ғәҙәти күренешкә әйләнгән. Әммә яҡташыбыҙ күңелен төшөрмәй һәм һәр ваҡыт туғандарынан үҙе өсөн борсолмауҙарын үтенә.

Йортонда уны һөйөклө ҡатыны, ҡыҙы Элина, улы Эмир көтә. Ғаилә башлығының беренсегә генә ялға ҡайтыуы бит.

Автор:Айгөл ВӘЛИЕВА
Читайте нас