Бөтә яңылыҡтар
СВО
7 Апрель , 09:30

Ут һыҙығындағылар

Ришат Илеш районда тыуып үҫкән. Мәктәптән һуң һөнәрселек  училищеһында уҡый. Газ-электрҙа иретеп йәбештереүсе белгеслегенә эйә булған.

Ут һыҙығындағылар
Ут һыҙығындағылар

 

Хәрби хеҙмәт үткәндән һуң 2014 йылда ғаиләһе менән беҙҙен районға күсенә. Ришат  өлөшләтә мобилизация буйынса хәрби комиссариаттансаҡырыу ала. Әммә оҙатыуға эләкмәй ҡала. 2023 йылдың октябрендә запастағы кесе сержант Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы менән хәрби хеҙмәткә контракт төҙөшә. Ришатты десант-штурм полкына тәғәйен. Штурмлаусылар иң ҡурҡыныс һәм ауыр эште башҡара. Алыштарҙың береһендә төркөмгә FPV-дрон һөжүм итә. Һөҙөмтәлә  яугир башына, күкрәгенә, ҡорһағына, аяҡ-ҡулдарына ярсыҡтар эләгеп, ҡаты яралана. Штурмлау подразделениеһында ғәжәйеп кешеләр хеҙмәт итә. Яҡшы әҙерлек дәрәжәһе булған, ҡыйыу һәм батырҙар. Һәр ҡайһының үҙ холҡо һәм үҙенсәлектәре бар. Барыбыҙ ҙа эстән генә Аллаһ һаҡлаһын, тип доға ҡылабыҙ,– ти Ришат. Муниципаль район хакимиәте башлығы Марат Латипов десант-штурм полкынын кесе сержанты ришат яҡташыбыҙҙы хеҙмәт һәм хәрби бурысҡа тоғролоғо өсөн ялға ҡайткан ваҡытында Кушнаренко районы хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләне.

Автор: Беҙҙең хәбәрсебеҙ.
Читайте нас