Туғыҙынсы синыфты тамамлағас, төҙөлөш колледжына уҡырға инә. Ил алдындағы изге бурысын-шофер булып Тажикстанда мотоуҡсылар полкында үтәгән. Армиянан ҡайтҡас, «Өфөнефтехим» йәмғиәтендә компанияһында эшләгән.
Махсус хәрби операция башланыу менән кнтрактҡа ҡул ҡуйган.
Мәскәү өлкәһендәге уҡыу подразделениеһында өс ай дауамында Василий ҙы сапер һәм мина-шартлатыу эшенә ентекләп өйрәтәләр. Гвардия десант-штурм полкы составында взвод командиры урынбаҫары, «Кот» позывнойлы хәрбиҙе Херсон өлкәһенә һуғыш хәрәкәттәре барған төбәккә ебәрәләр.
Василий Днепр буйында Крынки ауылы янында плацдармды азат итеүҙә ҡатнаша. Алғы һыҙыҡтың әлеге өлөшөндә Рәсәй армияһына ҡаршы Африка илдәренән ялланған һуғышсылар көрәшә.
Бәрелештәрҙен береһендә «Кот» яраланып. Бер ай госпиталдә дауаланған.
Ҡыйыу десантсы күрһәткән батырлығы өсөн «Батырлыҡ өсөн», «СВОла ҡатнашыусы» миҙалдары менән бүләкләнде.