Бөтә яңылыҡтар
СВО
19 Март , 11:55

Рух көсө менән һоҡландырҙы

Махсус хәрби операцияға киткән шәфҡәт туташы: “Яугирҙәргә ярҙам итәһем, ауыртыныуҙарын еңеләйтәһем килде”.

Рух көсө менән һоҡландырҙы
Рух көсө менән һоҡландырҙы

Махсус хәрби операцияға киткән шәфҡәт туташы: “Яугирҙәргә ярҙам итәһем, ауыртыныуҙарын еңеләйтәһем килде”. Ғәҙәттә, ҡаһарманлыҡ, Ватанды сикһеҙ һөйөү сифаттары күпселектә ир-егеттәргә генә хас кеүек. Ә бит контрактҡа ҡул ҡуйыусылар араһында ҡыйыу рухлы, олы йәнле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҙа бар. Шуларҙың береһе менән һеҙҙелә таныштырырға теләйем. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан сибәр, нәҙәҡәтле, яғымлы, тыйнаҡ йәш ханым – Лилиә Шакирова менән район үҙәк китапханаһында Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы уңайынан ойошторолған сарала таныш тыҡ. Бында сакырылыусы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәрҙең әсәләре, яҡындары араһында ул иң йәше ине буғай. 9 йәшлек ҡыҙы менән килгән 28 йәшлек райондашыбыҙ бөтә сараларҙа ҡатнашыусы гүҙәл заттарҙы ҡыйыулығы һәм рух көсө менән һоҡландырҙы һәм шундай яҡташтарыбыҙ булыуы өсөн ғорурлыҡ тойғолары уятты. Лилиә Наил ҡыҙы Яңы Ҡаръяуҙы ауылында татыу ғаиләлә икенсе бала булып донъяға ауаҙ һалған. 8-нсе синыфҡа ҡәҙәр туған ауылында белем алған, алға таба уҡыуын Саҡмағош гимназияһын да дауам иткән. 9-нсы синыфтан һуң Өфө медицина колледжына уҡырға ингән. Уны тамамлағандан һуң Өфөлә яратҡан һөнәре буйынса эшләгән. Бер йыл элек үҙ теләге менән яугирҙәргә ярҙам итәргә, тип махсус хәрби операция зонаһына юллана. Бөгөнгө көндә ул унда танк полкын да шәфҡәт туташы-анестезист вазифаһында хеҙмәт итә. “Бала саҡтан уҡ медицина хеҙмәткәре булырға хыялландым, башҡа бер ниндәй һөнәр үҙләштереү тураһында ла хыялланманым. Һөнәремде бик яратам, сөнки кешеләргә ярҙам итеү, уларҙың ауыртыныуҙарын еңеләйтеү оҡшай. Моғайын, шуға күрәлә СВО зонаһына барыу тураһында ҡарар ҡабул иткәнмендерҙә. Белемдәремде экстремаль хәлдәрҙәлә ҡулланып, яугирҙәргә файҙалы булаһым килде. Операциялар ваҡытында ла ҡатнашам, ашығыс ярҙам кирәкһәлә шунда уҡ ярҙам күрһәтәм. Яралыларҙың йәрәхәттәрен таҙартып бәйләйбеҙ. Ҡыҫҡаһы, вазифа буйынса ниндәй эш бар, бөтәһен дә башҡарабыҙ. Хәрбиҙәргә ошо кескәй ғенә ярҙамды күрһәтә алыуыма мин бик шатмын. Башҡаларға ярҙамлашыу һәм ғүмерҙәрен ҡотҡарыу – минең бурысым булыуын бала саҡтан уҡ аңланым. Һүҙ ҙә юҡ, эшебеҙ ауыр, йыш ҡына тәүлек дауамындала эшләргә тура килә, ләкин яралыларҙың рәхмәтле күҙҙәрен күргәс, үҙеңде кәрәкле кеше итеп хис итәһең. Һөнәрем менән бик ғорурланам, ярай әле уны һайлағанмын”, – ти ҡыйыу ханым, ни өсөн махсус хәрби операцияға барырға уйлауы тура һында һөйләп. Лилиә Наил ҡыҙы билдәләп үтеүенсә, ул махсус хәрби операцияла һөнәри бурыстарын үтәгәндә ҡыҙы өләсәһе-олатаһы тәрбиәһендә. “Атай-әсәйем – минең өсөн дә, ағайым өсөн дә ҙур терәк-таяныс, уларҙың ярҙамын тойоп йәшәйбеҙ. Ҡыҙым 3-нсө синыфта уҡый. Ул атай-әсәйем янында булғас, мин уның өсөн тыныс. Ҙур рәхмәт уларға”, – ти ул. Шулай уҡ Лилиә районыбыҙ волонтерҙарын да телгә алып, уларға даими рәүештә медикаменттар, аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин итеүҙәре өсөн үтә рәхмәтле булыуын әйтте. Ҡыйыу йөрәкле яҡташыбыҙ үҙенең эшен һөнәр генә түгел, ә кешеләргә хеҙмәт итеү һәм һөнәри бурыс итеп ҡабул итә. Хәрби хеҙмәт бурысын үтәүҙә юғары нәтижәләр, уларҙы намыҫлы үтәүе, ауыр шарттарҙа пациенттарҙы дауалағанда фиҙаҡәрлек күрһәтеүе һәм юғары һөнәри оҫталығы өсөн ул II дәрәжә “Хәрби батырлыҡ өсөн”, “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыға”, Лука Крымский миҙалдары менән бүләкләнгән. Беҙ районыбыҙ халҡы исеменән ҡыйыу йөрәкле яҡташыбыҙға, шул иҫәптән илебеҙҙең был көндәрҙә батырлыҡ үрнәктәре күрһәтеүсе бөтә ысын патриоттарына рәхмәт белдерәбеҙ. Шундай геройҙар менән бер осорҙа йәшәүебеҙ менән ғорурланабыҙ һәм барыһының да иҫән-һау булып, шатланып, Еңеү менән тиҙерәк туған яҡтарына ҡайтыуҙарын теләйбеҙ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: контракт буйынча хәрби хеҙмәткә ҡабул итеү дауам итә. Илебеҙҙең Оборона министрлығы менән контракт төҙөшөргә теләүсе яҡташтар бөтә һорауҙар менән район хәрби комиссариатына: Сакмағош ауылы, Ленин урамы, 51нсе йорт адресы буйынса мөрәжәғәт итә ала. Белешмәләр өсөн телефон: (834796) 3-18 16.

Рух көсө менән һоҡландырҙы
Рух көсө менән һоҡландырҙы
Рух көсө менән һоҡландырҙы
Рух көсө менән һоҡландырҙы
Автор: Илдана Ғайсина, саҡмағош гимназияһының 11-се синыф уҡыусыһы.
Читайте нас