Бөтә яңылыҡтар
СВО
10 Март , 11:30

Батыр егет ул Динис

Солтанай ауылы егете Динис 2022 йылдың сентябрендә өлөшсә мобилизация барышында саҡырылып, махсус хәрби операция төбәгендә хеҙмәт итә.

Батыр егет ул Динис
Батыр егет ул Динис

 

–Ырыңбурҙа командировкала инем. Повестканы ата-әсәйемә килтереп биргәндәр. Тормош иптәшем дә, яҡындарым да был хәбәрҙе тыныс ҡабул иттеләр, – тип һөйләне ул. Хәрби әҙерлек осорон яҡташыбыҙ Вольск ҡалаһында үтә. Һуңынан –Владикавказ, бында ул ғәскәрҙәрҙе матди тәьмин итеү  подразделениеһына эләгә.  

«Хирург» позывнойлы матди тәьминәт итеү ротаһы сержанты Запорожье өлкәһенә килеп төшә. Ни өсөн бындай ҡушамат ала? Динис ваҡытында Өфө медицина колледжын тамамлаған. Хеҙмәте ваҡытында Динис ике тапҡыр яралана. 2022 йылдың декабрендә артиллерия уты ваҡытында ҡорал бушатҡан саҡта ярсыҡ яраһы ала. Икенсе тапҡыр 2023 йылда, машинаһына дрондар һөжүм иткәндә яралана. Суворов миҙалы менән бүләкләнгән, тағын бер бүләккә – икенсе дәрәжә «Ҡыйыулыҡ өсөн» миҙалына тәҡдим ителде. СВО яугирен йортонда ата-әсәһе, ҡатыны Карина, ҡыҙы Милана көтә. Ҡыҙы һәр ялға ҡайтыуында атаһынан: «Ҡасан бөтөнләйгә ҡайтаһы?» – тип һорай. Динис һәр ваҡыт ғаиләһен һәм яҡындарын яҡларға һәм тынысландырырға тырыша, аралашҡан һайын: «Барыһы ла яҡшы,» – тип яуаплай. Махсус хәрби операция төбәгендә хеҙмәт итеүсе хәрби водителдәр – ҡуйылған бурысты намыҫ менән үтәүсе ҡыйыу һәм батыр ирҙәр. Улар алғы һыҙыҡҡа һуғыш кәрәк-яраҡтары, аҙыҡ-түлек һәм башҡа йөктәр ташып, минут һайын ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтында ҡуя. Муниципаль район хакимиәте башлығы Марат Латипов Динис ялда булғанда уға хеҙмәт бурысын намыҫ менән үтәгәне өсөн Рәхмәт иғлан итте. Осрашыу аҙағында сержант «Хирург»: «Барыһы ла яҡшы буласаҡ, иң мөһиме  – беҙ еңеп ҡайтасаҡбыҙ!», – тине.

Автор: Беҙҙең хәбәрсебеҙ.
Читайте нас