САРМАНАЙ
0 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
СВО
3 Март , 15:40
Штабта әүҙем эшсәнлек бара
Өлкән һәм йәш волонтерҙар яугир менән осраштылар Дөйөм Рәсәй күләмендәге “Геройҙар менән әңғәмәләр” проекты сиктәрендә Саҡмағош районының Иҫке Ҡалмаш ауылындағы волонтерҙар штабында ғәҙәти булмаған осрашыу үтте.
Штабта әүҙем эшсәнлек бара
Был көндә бер залда аҡыл-һабырлыҡ һәм йәшлек дәрте, күп йыллыҡ тормош тәжрибәһе һәм йәшлек энергияһы берләште. Сара программаһы “Үҙ парыңды тап” интерактивы менән башланып китте. Халыҡ мәҡәлдәренең икенсе өлөштәрен йыйып, мәктәп уҡыусылары өлкән йәштәге волонтерҙар араһында үҙҙәренә оҫтаҙдар эҙләнеләр. Был игелекле конкурс ике быуын вәкилдәренә тиҙ арала уртаҡ тел табарға ярҙам итте. Осрашыу барышында Иҫке Ҡалмаш ауыл биләмәһенең 1-се категориялы белгесе Алһыу Алмаз ҡыҙы Ҡудашева штабтың көндәлек эшмәкәрлеге һәм уңыштары тураһында һөйләне, был волонтерҙар үҙәгенең ойошторолоу тарихы һәм унда һәр көндә маскировкалау селтәрҙәре үрергә килгән тырыш апайҙар менән таныштырҙы. Эйе, уларҙың эше ысын-ысынлап һоҡланырлыҡ һәм ғорурланырлыҡ: сөнки бында үрелгән һәр селтәр – ул ҡоткарып ҡалынған ғүмерҙәр һәм уртаҡ Еңеүҙе яҡынайыуға индерелгән ҙур өлөш. Сараның йәнә бер иҫтә ҡалырлыҡ миҙгеле – бындағы осрашыуға саҡырылған яҡташтары, “Кобра” позывнойы менән махсус хәрби операция бурыстарын үтәүсе яугир менән әңгәмә булды. Ул йөрәге ҡышыуы буйынса дәүләтебеҙ именлеген яҡларға Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, хәрби бәрелештәр барған зонаға китә. Уның көрәштең алғы һыҙығындағы тормош һәм хәрби хеҙмәт тураһында һөйләгәндәре осрашыуҙа булған һәр кешенең күңеленә үтеп инерлек булды. "Был әңғәмә ысын мәғнәһендә Каһарманлыҡ дәреҫе булды", -- ти был хаҡта осрашыуҙа ҡатнашҡан район Йәштәр үҙәге белгесе Ирина Хәбиб ҡыҙы Мансурова. Сара оҫталыҡ сәғәте менән тамамланды. Өлкән волонтерҙар һәм мәктәп уҡыусылары иңгә-иң торып, яугирҙәр өсөн яу ҡырында айырыуса мөһим булған маскировкалау селтәрен үрҙеләр. Тормош тәжрибәһе йәшлек креативы, йәшлек дәрте менән осрашҡанда бөйөк эштәр башҡарып була!
Штабта әүҙем эшсәнлек бара
Автор:
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"