Илвир ябай ғаиләлә тыуып үҫкән. Урта мәктәптә имтихандарҙы унышлы тапшырып Башкортостан социаль технологиялар институтының юридик факультетына уҡырға инә. 2016 йылда уҡыуын тамамлағас, ваҡытлы хеҙмәткә саҡырыла. Армия хеҙмәтен Свердловск өлкәһенең Елань ҡалаһында мотоуҡсылар полкында үтә. Ярты йылдан һуң сержант Ғайсин РФ Оборона министрлығы менән хәрби хеҙмәт үтеүгә контракт төҙөшә.
2022 йылдың февралендә полк тревога буйынса күтәрелә һәм Брянск өлкәһенә хәрби өйрәнеүҙәргә ебәрелә.
Ун көндән һуң Илвир хеҙмәт иткән подразделение махсус хәрби операция төбәгендә хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша башлай.
«Сокол» позывнойлы яҡташыбыҙ СВО төбәгендә хеҙмәт иткән ваҡытта өс контузия алған, ҡулы пулянан йәрәхәтләнгән. Эвакуация төркөмө тиҙ эш итә: уны ялан госпиталенә алып сығалар, алға табан Әстерхан өлкәһендә дауалана.
2023 йылда Илвир Ғайсин өс йылға контракт төҙөшә. Үҙе әйтеүенсә, ул тамамланһа, алға табан да оҙайтасаҡ. СВОнан һуң яҡташыбыҙға лейтенант дәрәҗәһе бирелде, бөгөн ул мотоуҡсылар дивизияһы штабында мобилизацион туплау бүлеге офицеры.
Илвир Ғайсин махсус хәрби операция төбәгендә күрһәткән батырлығы һәм ҡыйыулығы өсөн «Батырлыҡ өсөн», «Һуғышсан батырлыҡ өсөн», «СВОла ҡатнашыусы» миҙалдары менән бүләкләнгән.