Сараны асыу тантанаһында муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары Светлана Фларис ҡызы Шакирова, мәрхүм яуғирҙың яҡындары — Эльвира Венер ҡызы Яҡупова, Әлфинә Ғабделсамат ҡыҙы Маннанова, Риф Самат улы Харисов, Руслан Фидус улы Яҡупов, Фидус Шәйех улы Яҡупов, улы Тамерлан, спортсылар ҡатнашты.
Ярыштар башланыр алдыннан ҡыйыу яҡташыбыҙҙың тормош һәм хезмәт юларына байҡау яһалды, уның ғүмерен аямайынса махсус хәрби операция зонаһында хәрби бурысын үтәү өсөн ҡаһармандарға алышыуын, һуңғы һулышынаса Ватанға торо ҡалмыуын, яулаған бүләктәрен иҫкә алдылар.
Турнирҙа үҙебеҙҙең “Сыңғыз” клубы спортсыларынан тыш Ҡалмашбаш ауылынан һәм Кушнаренко районан килгән төрлө йәштәрҙәге бокссылар ҡатнашты.
Тәүҙә баш судья Илгиз Ғабделхәй улы Ибраһимов ярыштарҙың тәртибен аңлатты, һаҡлыҡ сараларын үтәү мөһимлеген дәлилләне һәм бөтәһенә лә сәмле алыштаҙа еңеүҙәр теләне.
Рингта ярышыусылар бер-береһе менән алышҡанда береһе лә һынатырға теләмәне. Көсөргәнешле көрәш һөҙөмтәһендә “Сыңғыз” клубы ағҙалары команда беренселегендә еңеү яулап, кубокка эйә булды. Кушнаренко районы вәкилдәре — икенсе, Ҡалмашбаштар өсөнсө урындарҙа.
Еңеүле урындарға эйә булған яҡташтарға ла туҡталайыҡ. “Сыңғыҙ” клубы егеттәре Әмир Хәбиров, Рауил Миһранов, Надир Арыҫланов, Раян Исламов, Тимур Хәкимов, Руслан Кедяров, Риназ Кудашев, Алмаз Сәлихов, Самир Фаҙлыев, Артём Мулдашев (БАТК), Данил Әхмәтйәнов, Әмин Баһауетдинов, Ризуан Мусин, Тамирлан Рәшитов, Тимур Камалов үз йәш төркөмдәрендә беренсе, Наил Халиҡов, Алмаз Ғайнанов (БАТК), Айҙар Сәлимов, Булат Ирғәлиев, Илнур Вәлиуллин — икенсе урындарҙа, Калмашбаш егеттәре Мансур Нуретдинов, Илнур Ямалетдинов, И. Бегов икенсе урындарға эйә булдылар.
Еңеүселәргә тапшырылған бүләктәр араһында Рәхмәт хаттары менән ҡаһарман яугирҙең “Соверен” позыевнйы яҙылған футболкалары өҫтәмә дәрт бирмәй ҡалмағандыр, тип ышанаһы килә.