Владимир Силәбелә тыуған, ун бер йәшенән ата-әсәһеҙ ҡалған һәм балалар йортонда тәрбиәләнә. Музыка менән мауыға, йырларға ярата, район балалар спорт мәктәбендәге дзю-до түңәрәгенгән йөрөй, спорт мастерлығына кандидат нормативын үтәй. Республика башҡалаһына күсенә.
Махсус хәрби операция башланғансы, электрик булып эшләй, автомобилдәр һатыу менән шөғөлләнә.
–Ни өсөн Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы менән контракт төҙөшөргә булдымы? Беренсенән, мохтажлыҡ кисергән кешеләргә ярҙам итер өсөн. Матди яғы ла мине йәлеп итте. Тормош иптәшемә контрактҡа ҡул ҡуйырға һәм СВОға барырға йыйыныуымды әйттем. Күҙ йәштәрен күрһәтмәне, бары: «Һине юғалтһам, улымды нисек үҫтерермен?» – тине. Уны: «Ҡайғырма, барыһы ла яҡшы булыр», – тигән һүҙҙәр менән тынысландырҙым, – тип һөйләне яугир.
«Ун өсөнсө» позывнойлы сержант, расчет командиры, пилотһыҙ осоу аппараттарынын өлкән операторы Владимир 2025 йылдын февраленән башлап Суворов орденлы Ҡыҙыл байраҡлы мотоуҡсылар полкы составында алғы һыҙыҡта дошман менән алыша. «Ни өсөн «Ун өсөнсө» позывнойын алдығыҙ?», – тигән һорауыма: «Был – минен өсөн бәхетле һан һәм ул мине ғүмер буйы оҙатып йөрөй», – тип яуапланы.
Алғы һыҙыҡта гел ҡурҡыныс, әммә ин мөһиме – аптырап ҡалмаҫҡа, урынды «уҡый» белергә, ерҙән бер нимә лә алмаҫҡа һәм тотмаҫҡа, аяҡ аҫтына ҡарарға, күкте күҙәтергә һәм тауыштарҙы иғтибар менән тыңларға кәрәк.
Ин мөһиме – яуаплы булыу, командирҙар ҡарарына ҡаршы килмәү, дөрөҫөн һөйләү һәм теләһә ҡайһы осраҡта ла яугыр иптәшеңә ярҙам итеү. Бында беҙ – бер ғаилә. Расчет хәрби бурыстарҙы инде бер йыл бергәләп үтәй.
Владимир ҡыйыулығы һәм батырлығы өсөн Суворов, «СВОла ҡатнашыусы» миҙалдары һәм «Һуңғы һүҙҙәр беҙҙән буласаҡ» миҙалы менән дә бүләкләнә.
Ун биш көнлөк ял һиҙелмәйенсә үтеп тә китте. Яҙмам геройы яҡындары, дуҫтары, туғандары менән күреште, өс йәшлек улы Мирон һәм хәләле Эльвина менән ваҡытын үткәрҙе.