САРМАНАЙ
+2 °С
Ясно
9 мая - День Победы
22 Октября , 06:14

Башҡортостан делегацияһының Үзбәкстанға рәсми сәфәре башланды

20 октябрҙә республика етәксеһе Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһының Үзбәкстанға рәсми сәфәре башланды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан делегацияһының Үзбәкстанға рәсми сәфәре башландыБашҡортостан делегацияһының Үзбәкстанға рәсми сәфәре башланды
Башҡортостан делегацияһының Үзбәкстанға рәсми сәфәре башланды

Делегация составына төбәк Хөкүмәте ағзалары, профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, шулай уҡ бизнес вәкилдәре инде.

Республика Башлығының сәфәре программаһында – «Бекабад» үзбәк-башҡорт технопаркын төҙөүгә тәүге таш һалыуҙа ҡатнашыу, хокимдар менән бер нисә эшлекле осрашыу.

Эш сәфәре сиктәрендә делегация Сәмәрҡәнд өлкәһендә Lasselsberger Group халыҡ-ара холдингына ингән Сemix компанияһының төҙөлөш материалдары етештереү заводында булды. Шуныһы мөһим: завод майҙансыҡтарының береһе Башҡортостандың Әбйәлил районында урынлашҡан. Аҡ цемент етештереүсе предприятие 2021 йылдың 6 авгусында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың шәхси ҡатнашлығында асылғайны.

Радий Хәбиров Lasselsberger Group компанияһын ойоштороусы Йозеф Ласселсбергер, Ташкент өлкәһе хокимы Зойир Мирзаев менән бергә Сemix-тың Үзбәкстанда урынлашҡан филиалының технологик ҡорамалдары һәм процестары, лабораторияһы, ресурс базаһы һәм инженер инфраструктураһы менән танышты. Бында туғыҙ йыллыҡ инвестиция проектын тормошҡа ашыралар – 2025-2026 йылдарҙа асылған микрокальцит, ҡоро һәм әҙер төҙөлөш ҡатнашмалары, буяуҙар һәм штукатуркалар етештереүгә 2033 йылға яһалма таштан плиталар һәм ҙур форматлы керамик плиткалар сығарыуҙы өҫтәргә планлаштыралар. Был дөйөм алғанда 700 эш урыны булдырыу мөмкинлеге бирәсәк.

– Беҙ Йозеф Ласселсбергер менән республикабыҙҙа ҡоро төҙөлөш ҡатнашмалары, буяуҙар һәм башҡалар етештереү менән бәйле тағы бер предприятие төҙөү буйынса һөйләшеүҙәр алып барабыҙ, – тип билдәләне Радий Хәбиров журналистар менән әңгәмәлә. – Тиҙҙән килешеүҙе формалаштырырға сығырға ниәтләйбеҙ.

Башҡортостан Башлығы шулай уҡ Үзбәкстандың Сәмәрҡәнд өлкәһе менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү тураһында һөйләне.

– Сәмәрҡәнд – был иҫ киткес ҡунаҡсыл илдең туристик ынйыһы. Өфөнән тура авиабәйләнеште үҫтереү мәсьәләһен ҡарайбыҙ, халҡыбыҙҙа был йүнәлешкә ҡыҙыҡһыныу ҙур, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. – Башҡа йүнәлештәрҙә лә берлектәге эште планлаштырабыҙ. Атап әйткәндә, ауыл хужалығында.
Автор:Гульназ Хафизова
Читайте нас