

Шуға ла был бөйөк байрамды илебеҙ халҡы менән беррәттән донъя йәмәғәтселеге лә билдәләй. Бөтәбеҙҙе лә берләштереүсе, һәммәбеҙ өсөн дә яҡын һәм үтә ҡәҙерле әлеге байрам көндәрендә беҙ оло хөрмәт менән Бөйөк Ватан һуғышы яландарында ятып ҡалған, тылда фиҙәҡәрлек өлгөләре күрһәтеп, үҙ-үҙҙәрен аямаған, яудан иҫән әйләнеп ҡайтып, илебеҙҙе емереклектәрҙән тергеҙеүгә тотонған, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө көнгә ҡәҙәр килеп етә алмаған еңеүсе ҡаһармандарыбыҙҙың яҡты иҫтәлеге алдында баш эйәбеҙ, улар менән ғорурланабыҙ. Хәтеребеҙҙән сығарырға тейеш түгелбеҙ: бөгөнгө тормошобоҙ өсөн беҙ иң беренсе сиратта яу яландарында тиңдәшһеҙ батырлыҡ өлгөләре күрһәткән, тылда фиҙәҡәр хеҙмәттәре менән Еңеү көнөн яҡынайтҡан атай-әсәйҙәребеҙгә, олатай-өләсәйҙәребеҙгә сикһеҙ бурыслыбыҙ. Улар тураһындағы хәтер һис ҡайсан һүрелергә тейеш түгел. Әлеге ваҡытта Европаны фашизм ҡоллоғоннан азат иткән олатайҙар ҡаһарманлығын ҡабатлап, уларҙан үрнәк алып, илебеҙ хәрбиҙәре Ватаныбыҙҙың бойондороҡһоҙлоғон һаҡлай, йәнә баш күтәрергә ынтылған неофашистарға ҡаршы көрәшә. Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы кеүек, фронт һәм тыл берҙәм булып, йәнә Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн бар тырышлығын, көсөн һала. “Барыһы ла Еңеү өсөн!” тигән уртак лозунг йәшен-ҡартын берләштерҙе. Һәм көтөп алынған был Еңеү һис шикһеҙ, яуланасаҡ. Ә инде Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү көнө һәрваҡыт бөтә халыҡ байрамы булып, бөтә быуын вәкилдәренең күңелендә һаҡланасаҡ. Олатай-өләсәйҙәребеҙҙең тиңдәшһеҙ батырлығы, рух ныҡлығы, намыҫлы хеҙмәте, фиҙәҡәрлеге беҙҙән һуңғы быуындарға ла лайыҡлы үрнәк буласаҡ. Бөтә яҡташтарҙы ла Бөйөк Еңеү көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ, иҫәнлек-һаулыҡ, бөтә эштәрегеҙҙә уңыштар, илебеҙгә именлек-тыныслыҡ, бәхетле, матур тормош теләйбеҙ.