

Әлбиттә, теләге булған, тырыш, тәүәккәл кешеләргә мөмкинлектәр районда етерлек, тик йыбанма ғына. Республика етәкселеге лә шундай башланғыстарҙы хуплап, төрлө яҡлап ярҙам итергә тырыша. Өфөлә уҙған «Киләсәк командаһы» ауыл йәштәре төбәк форумы – быға асыҡ миҫал. Сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашып, аграр тармаҡ хеҙмәткәрҙәренең республикабыҙ киләсәген төҙөүҙә баһалап бөтөргөһөҙ ҙур өлөшөн, уларға дәүләт ярҙамы саралары, үҫеш мөмкинлектәре киңәйә барасағын билдәләне.–Ауыл хужалығы эшсәндәре беҙҙе йәшәү өсөн кәрәкле бар нәмә менән тәьмин итә, – тине форумдағы сығышында Радий Хәбиров. – Әммә тармаҡта белгестәргә ҡытлыҡ бар. Был мәсьәләне хәл итеү өсөн ауылда эшләргә теләгән йәштәргә дәүләт ярҙамы сараларын киңәйттек. Шуны аңларға кәрәк: ауыл хужалығы тармағы һәр ваҡыт сығымлы буласаҡ. Уға ярҙам итеү мөһим. Ярҙам саралары күп, шул иҫәптән – федераль гранттар һәм субсидиялар. Республикала быйыл уларҙың күләме биш миллиард һум иҫәпләнә, шулай уҡ ташламалы банк продукттары бар. Яңы эш башлаған фермерҙар өсөн – «Агростартап», ғаилә бизнесын үҫтерергә теләгәндәргә «Ғаилә фермалары» гранты ҡаралган. Ғөмүмән, беҙҙә аграр тармаҡҡа дәүләт ярҙамы саралары системаһы яҡшы яһалған. Ауылдарҙы төрлө яҡлап хәстәрләргә тырышабыҙ.«Киләсәк командаһы» форумында ҡатнашҡан йәштәрҙең идеялары заманса, креатив. Мәҫәлән, беҙҙең райондан Теләкәй ауылы егете Фаил Әлтәпов йылҡы малдары үрсетеү буйынса үҙ эшен асып ебәрҙе. Йәш эшҡыуар ошо маҡсатта «Агростар» грантын отто. «Агростартап» программаһы – ауыл хужалыгында үҫергә теләүсе эшҡыуарҙарға ҙур ярҙам. Аҡсалар дөйөм финанслау шарттарында бирелә: 90 проценты – бюджет аҡсаһы, 10 проценты – үҙ аҡсаһы. Фаил Теләкәй ауылында Фәнүсә һәм Фәнил Әлтәповтар ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килгән. Атаһы «Илеш МТС» йәмғиәтендә Теләкәй фермаһында малдар ҙа ҡарай, мөдир ҙә була, яғыулыҡ-майлау материалдары склады мөдире, мәктәп автобусы водителе булып та хеҙмәт һала. Әсәһе башта Теләкәй төп белем биреү мәктәбендә, хәҙер Түбәнге Йәр- кәйҙәге лицейҙа уҡытыусы булып эшләй. Фаил бала саҡтан алып йорт эштәрендә булышып, хеҙмәттә сынығып үҫә. Ул ваҡытын юҡҡа үткәрмәй, спорт менән шөғөлләнә: саңғыла йөрөй, тимераяҡта шыуа. Әйткәндәй, Әлтәповтар ғаиләһе байтаҡ йылдар йылҡылар тота. Хужалыҡты алып барырға уңайлыраҡ булһын өсөн генә түгел, яратып тәрбиәләйҙәр. Һабантуйҙар осорон дулҡынланып көтөп алалар. Ә ат өйрәтеү, бәйгегә әҙерләү еңел түгел: түҙемлек тә, физик көс тә кәрәк. Һис шикһеҙ, бының тәжрибәләр аша килгән оло сере лә бар, ул – аттарҙы ысын күңелдән һөйөү. Фәнил ағай ошо изге орлоҡто улының күңеленә бала саҡтан уҡ һала. 2010 йылда 3 класты ғына тамамлаған Фаил үҙенең «Гром» ҡушаматлы саптары менән ярышта ҡатнашып, район һабантуйында өсөнсө килә. Шулай баласаҡтан уҡ ул тирә-яҡта анылырға өлгөрә лә инде. Был ваҡытта хужалыгында уларҙың 4 баш йылҡы аҫрала, шуларҙың 3-өһө – «Татарика», «Гром», «Биол» – сабышҡылар була. Йыл һайын аттарҙың тоҡомдарын яңыртып торалар. Түбәнге Йәркәй лицейында 11 класты тамамлағас, Ф.Әлтәпов Башҡортостан дәүләт аграр университетына уҡырға инә. Уҙған йыл уҡыуын тамамлап, зоотехник белгеслеге буйынса ҡыҙыл диплом ала.2021 йылда буш торған Теләкәй башланғыс мәктәбе бинаһын ҡуртымға ала һәм атаһының шөғөлөн дауам итеп, йыл ҡысылыҡ буйынса үҙ эшен асып ебәрә. Йәш эшҡыуар муниципаль район хакимиәтенә йылҡы үрсетеү проектын ғәмәлгә ашырыуҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт итә һәм «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» ндә ҡатнаша. 2024 йылда фермер Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығынан «Агростартап» программаһы буйынса грант ала. 4,5 миллион һум күләмендә дәүләт ярҙамы аҡсаһына ул 14 баш ауыр йөк аты, шулай уҡ ауыл хужалығы техникаһы һәм инвентарь һатып ала. Бөгөнгө көндә Әлтәповтың Теләкәй ауылындағы элекке мәктәп базаһында урынлашҡан хужалыгында 36 баш йылҡы, 8 үгеҙ, кәрәкле йыһаздар менән 2 трактор һәм йөк автомобилдәребар. Бынан тыш, Фаил ярыштар өсөн инглиз таҙа ҡанлы аттарын үҫтереү һәм өйрәтеү менән шөғөлләнә. 70 гектар майҙандағы ерендә һоло, бойҙай, арпа, бесән үҫтерә тырыш егет. «Эшҡыуарлыҡҡа тотоноуҙан ҡурҡырға ярамай, көслө, ҡыйыу, Шәхси эшҡуарлыҡҡа – киң юл! Йәш фермер Фаил Әлтәповтың маҡсаты – районда ҡымыҙсылыҡ менән ат спортын үҫтереү тәүәккәл булырға кәрәк. Ауырлыҡтар булыр, кеше көнсөллөгө лә тыныслыҡ бирмәҫ, сөнки хәҙерге заман үҙе талап итә әле.... Ниәтемде хуплап, тормошҡа ашырырға ярҙам иткән өсөн Хөкүмәткә, муниципаль район хакимиәте башлығы Илдар Мостафинға һәм, әлбиттә, атай әсәйемә оло рәхмәтлемен», – ти йәш эшҡыуар.Күренеүенсә, Ф.Әлтәповтың эшсәнлегенең төп маҡсаты – тыуған еребеҙҙә йәшәп, күңелгә яҡын һөнәр менән шөғөлләнеү, изге төбәгебеҙҙе йәнләндереү, тормош шарттарын яҡшыртыу. Әлбиттә, был еңел түгел. Өҙлөк һөҙ хеҙмәт, тырышлыҡ талап ителә. Әгәр ҙә уларға, йәштәргә, дәүләт ярҙамы булмаһа, алға барыу тураһында уйлай ла, пландар ла ҡора алмаҫтар ине. «Агростартап» программаһы беренсе аҙымды яһарға стимул бирә, арытаба үҫешкә мөмкинлек аса. Үҙ эше менән шөғөлләнгән, хужалығын киңәйтергә теләгән йәш эшкуарҙар дәртләндереү саралары тураһында белергә тейеш, был йәһәттән урындағы хакимиәттең бизнес-шерифына ҙур бурыс йөкләтелгән. «Муниципаль район хакимиәтенә ярҙам һорап килгән һәр кемгә йүнәлеш бирәбеҙ. Әйтергә кәрәк, үҙ эшен башларға теләүсе йәштәр күп. Районда, ауыл ерендә үҙ эшен башларға теләүселәргә мөмкинлектәр күп», – ти бизнес-шериф Тимур Зарипов. Фаил Әлтәпов йәмәғәт эштәрендә лә актив ҡатнаша. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәребеҙгә ебәрәһе кәрәк яраҡтарҙы шәхси «ГАЗель» машинаһы менән Өфөгә илтә. Шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә лә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Был изге ғәмәлдәре өсөн ағымдағы йылда Фаил Әлтәпов «Йомарт йөрәк» почетлы билдәһе менән бүләкләнде. Киң күңелле егеткә уны Республика Башлығы Радий Хәбиров үҙе тапшырҙы.Ф. Әлтәповтың хужалығы бөгөнгө көндә яҙғы баҫыу эштәренә әҙер: техника ремонтланған, сәсеү орлоҡтары, яғыулыҡ-майлау материалдары етерлек тупланған. Үткән йылда яҙлы-көҙлө сараларҙа эшкә йәлеп ителгән кешеләргә ашлыҡлата, аҡсалата хеҙмәт хаҡтары түләнгән, Хөкүмәткә лә бурыстары юҡ. Иң мөһиме шул: йәш эшҡыуар ирешелгәндәр менән генә сикләнмәй, хужалыҡ кәрәк-яраҡтары ҡеүәтен арытаба арттырыу хәстәрен күрә. Был йәһәттән малдар һанын арттырыу, мал үрсетеү продукцияһы етештереү күләмен яңы баҫҡысҡа һәм яңы сифат дәрәжәһенә күтәреү теләге менән йәшәй һәм эшләй. Әлбиттә, заман ауырлыҡтарына буйһонмайса йәшәгән оҫта ҡуллы егеткә һоҡланмау мөмкин түгел.Йәшәү рәүешенә ҡарағанда, эшҡыуарҙың ваҡыты сикләнгән. Әммә уны дөрөҫ итеп бүлә белә. Шуға ла үҙенә уңыштар мәңге йылмайып тора. Бер һүҙ менән әйткәндә, Фәнил Фаил улының башҡарған хеҙмәттәре – ауырлыҡтарға һәм кәртәләргә, эш юҡлыҡҡа һылтаныусы күптәргә өлгө булырлыҡ миҫал.