САРМАНАЙ
0 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
9 мая - День Победы
26 Декабрь 2024, 14:11

Иң күңелле байрам

Яны йыл – иң сағыу һәм иҫтә ҡала торған, тылсым һәм мөғжизәләргә, бәхет һәм шатлыҡтарға тулы байрам. Уны иң элек балалар өҙөлөп һаҙынып көтөп ала. Әлеге тантананың төп геройҙары Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу менән осрашыу һәр кемдә мөғжизә көтөү һәләте уята.

Иң күңелле байрам
Иң күңелле байрам

 

Кушнаренкола үткәрелеүсе байрам сараларын муниципаль район хакимиәте башлығы Шыршыһы дауам итте.

Район хакимиәте башлығы Шыршыһы уҡыу алдынғыларын, олимпиада һәм спорт ярыштарында  еңеүселәрҙе, ижади конкурстар һәм фестивалдәр лауреаттарын, шулай уҡ күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе, сәләмәтлектәре торош арҡаһында мөмкинлектщре сикле балаларҙы йыйҙы. Улар –  районыбыҙ ғорурлығы, шуға ла ин-индәр тантанаһына барырға лайыҡлылар.

Малай һәм ҡыҙҙарҙы район хакимиәте башлығы Марат Латипов тәбрикләне.

Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҡунаҡтарҙы ҡаршы алып торһа, әкиәт геройҙары төрлө уйындар уйнатты. Яны йыл Шыршыһы әйлән-бәйләнһеҙ, шиғыр-йырһыҙ, табышмаҡ сисеүҙән һәм бейеүҙәрһеҙ үтмәй. Әлбиттә инде, татлы күстәнәстәр ҙә өләшелә.

Район башлығы Шыршыһына барыу һәр бала күңелендә Яңы йыл алды мөғжизәһенен яҡты иҫтәлеге булыр.  

Иң күңелле байрам
Иң күңелле байрам
Автор:Айгөл ВӘЛИЕВА
Читайте нас: