САРМАНАЙ
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 мая - День Победы
13 Ноябрь , 14:55

«Ҡояшҡай»ҙа ял иттеләр

Балалар йәйге каникулдан һуң мәктәпкә хәл йыйып килһә лә, көҙөн бер аҙналыҡ ялды ла түҙемһеҙләнеп көтөп ала.

«Ҡояшҡай»ҙа ял иттеләр
«Ҡояшҡай»ҙа ял иттеләр

 

Валентин Паширов исемендәге 1-се Кушнаренко урта мәктәбендә көҙгө каникулда «Ҡояшҡай» көндөҙгө ял лагеры эшләне. Уның төп маҡсаты – балаларҙың сәләмәтлеген нығытыу һәм файҙалы ялын ойоштороу булды. Бында ике йөҙ бала ял итте.

Лагерҙың беренсе көнө тантаналы шарттарҙа асылды. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы флагтары күтәрелде һәм гимндары яңғыраны. Ул «Иҫәнме, йәш быуын!» лозунгы менән үтте һәм «Танышыу көнө» тип аталды.

Биш көн бик тиҙ үтте. Программа бай булды.

«Ҡояшҡай» көндөҙгө ял лагерында уҡыусылар сәләмәтлектәрен нығытты, күп яңы ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр алды, ҡуйылған мәсьәләләрҙе бергәләп сисеп, коллективта йәшәргә өйрәнде һәм икенсе сиректә уҡыуҙы дауам итергә етерлек көс тупланы.

 

«Ҡояшҡай»ҙа ял иттеләр
«Ҡояшҡай»ҙа ял иттеләр
«Ҡояшҡай»ҙа ял иттеләр
Автор:Айгөл ВӘЛИЕВА
Читайте нас: