Был үҙара хөрмәт һәм татыулыҡ байрамы төрлө милләттәр вәкилдәре булган һәм һәр ҡайһы үҙ диндәрен тотҡан, төрлө йәштәге һәм донъяға төрлө ҡараштарҙа булған кешеләрҙе берләштерә. Ул -- Ватанға тоғоролоҡто, һәр дәүерҙә лә дәүләтебеҙҙе яҡлау һәм уның сәскә атыуы хаҡына фиҙәкәр хеҙмәткә әҙерлектең сағылышы. Беҙ, Башҡортостаныбыҙҙың күп милләтле халҡы, тыныслыҡта һәм татыулыҡта берҙәм ғаилә булып йәшәйбеҙ. Бында ғүмер итеүсе һәр халыҡтың үҙ бай тарихы бар. Изгелекле традицияларҙы һаҡлап ҡалыу, киләсәк быуындарға тапшырыу өсөн бихисап милли байрамдар һәм күләмле саралар ойошторола. Беҙ, башҡортостандар, игелекле ғәмәлдәребеҙ һәм тырыш хеҙмәтебеҙ менән берҙәм булып туған райондарыбыҙ, республикабыҙ һәм илебеҙ үҫеше өсөн үҙ лайыҡлы өлөшөбөҙҙе индерергә ынтылабыҙ. Республиканың меңләгән егеттәре махсус хәрби операцияла ҡатнашып, Рәсәйҙең күп милләтле халҡының хәүефһеҙлеген, бойондороҡһоҙлоғон яҡлай. Беҙ яугирҙәребеҙгә илебеҙгә тоғоролоҡтары өсөн рәхмәтлебеҙ, уларға ышанабыҙ, улар менән ғорурланабыҙ һәм барыһын да имен-һау килеш Еңеү менән тыуған яҡта көтәбеҙ. Киләсәк һәм хәҙерге быуындар ҡаршындағы бурысыбыҙ — берҙәмлекте тағы ла нығытыу, ерҙәге тыныслыҡты һәм һәр халыҡтың традицияларын һаҡлау. Байрам менән, хөрмәтле ватандаштар! Иминлек, тыныслыҡ һәм изгелек теләйбеҙ!