Таҡталар буйынса шәхси иҫәптә малайҙар араһында беренсе урынды Илдар Шәүәлиев (Иҫке Ҡормаш урта мәктәбе), Морат Ғилманов (Ҡалтай урта мәктәбе) һәм Арсен Ҡадиров (1-се урта мәктәп) алдылар. Самир Әхтәмов (Ҡалтай), Мираль Дәүләтшин һәм Самир Ғилманов (гимназия) – икенсе, Дамир Ғибаҙуллин һәм Алмир Мәһәҙиев (1-се урта мәктәп), Тимур Ҡорбанов (Иҫке Ҡормаш урта мәктәбе) өсөнсө урындарҙа.
Ҡыҙҙар араһында Азалия Әминева, Элиза Ғиләжева (Иҫке Ҡормаш), Самира Имаметдинова (Ҡалтай) беренсе урынға лайыҡ булдылар. Елизавета Поломарчук (Ҡалтай), Аделина Солтанова (гимназия), Эмилия Фәйрушина (1-се урта мәктәп) – икенсе, Гөлсөм Хәнәфина (Баҡай), Александра Портянко (1-се урта мәктәп), Самира Низаева (Баҡай) өсөнсө урындарҙа.
Команда иҫәбендә Иҫке Ҡормаш урта мәктәбе вәкилдәре еңеүсе исемен яуланы, икенсе урынға – Ҡалтай урта мәктәбе, өсөнсө урынға 1-се урта мәктәп уйынсылары сыҡты.