Бөйөк Ватан һуғышы килтергән ауырлыҡтар, яҡындарын юғалтыу әсеһе, егелеп эшләү – былар барыһы ла һикһән-туҡһан йәштәрен тултырған ауылдаштарыбыҙҙың башынан үткән һынауҙар.
Йәмле йәй көндәрендә Сөлтөп ауылында йәшәүсе хөрмәтле Нафиҡова Венера Әхкәм ҡыҙына 90 йәш тулды. Ул һәр көнгә шөкөр итеп, оҙон ғүмереҙен һәр миҙгелен ҡәҙерләп иҫкә ала.
1958 йылда Венера Шәмғүн Тимерхан улы менән тормош ҡороп ебәрә. Улар ике ҡыҙға ғүмер бүләк итеп, уларҙы тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Икеһе лә колхозда хеҙмәт һалдылар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Шәмғүн ағай 1991 йылда мәрхүм булды.
Бөгөн 90 йәшен тултырған тыйнаҡ, зирәк аҡыллы, аҡ күнелле Венера әбей ауылдаштары, туғандары һәм күршеләре алдында ҙур абруйға эйә. Ҡыҙҙары өсөн ул ҡәҙерле әсә, ейәндәре өсөн хөрмәтле ҡартәсәй. Нисек кенә булмаһын, әлеге тормошонан бик ҡәнәғәт әбекәй. Йылы өйө, табын тулы һыйы, таяныр терәге — ҡыҙҙары, ейәндәре бар.
Айгөл Вәлиева.