Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында берҙәм ҡаһарманлыҡ, оло тырышлыҡ менән яуланған был Еңеүҙең 79 йыллығы уңайынан бөтә яҙылыусыларыбыҙҙы ҡайнар ҡотлайбыҙ. Әлбиттә, бөгөн иң йылы тәбрикләүҙәр һәм иң оло хөрмәт – 1941-1945 йылдарҙа утлы алыштарҙа ҡатнашҡан һәм ҡан ҡойған, алыҫ тылда баҫыу-фермаларҙа, завод-фабрикаларҙа Енеү таңын яҡынайтыу өсөн бар көсөн һалған хөрмәтле ветерандарыбыҙға йүнәлтелә. Уларҙың кешелек тарихында тиңе булмаған алыштарҙа еңеп сығыуы, үҙ илебеҙҙе генә түгел, Европа һәм Азия дәүләттәрен дә дошман ҡоллоғонан азат итеүе һис бер заманда ла онотолмаҫлыҡ хәтирә булып һаҡланасаҡ. Һуғыш һәр ғаилә тарихында үҙенең уңалмаҫ яра-эҙен ҡалдырҙы һәм шуға ла күп ҡорбандар, кеше күтәрә алмаҫлыҡ михнәттәр иҫәбенә яуланған Бөйөк Еңеү барыбыҙға ла берҙәй ҡәҙерле, берҙәй яҡын да. Хөрмәтле Бөйөк Ватан һуғышы һәм тыл ветерандары, атайһыҙ үҫкән, кескәй генә көйө ил именлеге өсөн фиҙәҡәр хеҙмәттә Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға өлөш индергән бөтә яҡташтарҙы оло байрам менән ҡотлайбыҙ. 1945 йылдың Еңеүле яҙынан алыҫлаша барған һайын, халҡыбыҙҙың уртаҡ батырлығы, ныҡлығы тураһындағы хәтер һүрелмәй, киреһенсә, яңыра, уның бөйөклөгө арта ғына бара. Әлеге ваҡытта донъяны фашизм ҡоллоғонан ҡотҡарған олатайҙарыбыҙ үрнәгендә илебеҙ бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап, махсус хәрби операция бурыстарын намыҫ менән үтәүсе яугирҙәр, уларҙы йорттарында көтөп торған яҡындары ошо бөйөк байрам менән айырым ҡотлауҙарға лайыҡ. Уларға рухи ныҡлыҡ, сәләмәтлек, гел уңыштар ғына юлдаш булуын теләйбеҙ. Һәм тап Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы кеүек: “Уртаҡ эшебеҙ хаҡлы, Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!” – тибеҙ. Һәм быға иманыбыҙ ҡамил. Беҙҙең быуындың да мотлаҡ үҙ Бөйөк Еңеүе буласаҡ! Киләсәк быуындар Ватаныбыҙҙың данлы үткәндәре менән ғорурланып, имен-тыныс илдә, ҡояшлы, аяҙ күк йөҙө аҫтында, бәрәкәтле тормошта үҫергә тейеш.