САРМАНАЙ
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 мая - День Победы
9 Апрель , 11:36

Матурлыҡта йәшәйек!

Өмәнең нимә икәнлеген бер кемгә лә аңлатып тороу кәрәкмәйҙер. Тормошобоҙға Советтар Союзы ваҡытында килеп ингән был һүҙҙе ишетеү менән күҙ алдыбыҙға урамдарҙы һәм учреждение ихаталарын, шәхси хужалыҡтарҙы төҙөкләндереү, йәшелләндереү, таҙартыу күренештәре килеп баҫа. Йыраҡ үткәндәрҙән һаҡланған был йола бөгөн дә көнүҙәк булып ҡала.

Матурлыҡта йәшәйек!
Матурлыҡта йәшәйек!

 

Районда экологик өмәләр үткәреү тураһында иғлан ителеү менән социаль өлкә һәм ҡулланыу баҙары объекттары, идарасы компаниялар һәм хеҙмәтләндереүсе ойошмалар, муниципаль предприятиелар һәм актив кушнаренколар урам һәм ихаталарҙы йыйыштырыура сыҡты.

–Өмә – матурлыҡта һәм таҙалыҡта йәшәргә ынтылыуыбыҙҙы күрһәтеү, ҡояшлы яҙғы көндә саф һауала бергәләп эшләү мөмкинлеге ул, – тип белдерҙе район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре.

–Кешенећ үҙендә лә, тирә-яғында ла тәртип булырға тейеш – был беҙҙең тормош девизы. Уртаҡ йортобоҙҙа тәртип булдырыуҙа ҡәнәғәтләнеп ҡатнашабыҙ, – тиҙәр Даян Мурзин исемендәге књп профилле һөнәри колледждан өмәлә ҡатнашыусылар.

Һәр өмәнән һуң район үҙәге урамдары һәм йәмәғәт территориялары ҡаралған һәм күркәм төҫмөр ала. Башҡа ауылдарҙа ла һәр кем үҙҙәре йәшәгән урындарында матурлыҡ тыуҙырырға тырыша.

Матурлыҡта йәшәйек!
Матурлыҡта йәшәйек!
Автор:Айгөл ВӘЛИЕВА
Читайте нас: