САРМАНАЙ
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 мая - День Победы
28 Декабрь 2023, 16:20

Республиканың төп байрамында ҡатнашып

27-се декабрҙә “Башҡортостан” Дәүләт концерт залында республика Башлығының шыршы байрамы үтте.

Республиканың төп байрамында ҡатнашып
Республиканың төп байрамында ҡатнашып

 Унда Башҡортостандың төрлө төбәктәренән килгән уҡыу алдынғылары, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙең улдары-ҡыҙҙары, сәләмәтлеге торошо буйынса мөмкинлектәре сикле булған һәм атай-әсәйһеҙ тәрбиәләнгән балалар саҡырылды.
Был айырыуса тантаналы Яңы йыл байрамында беҙҙең Саҡмағош районы вәкилдәре – район мәктәптәрендә белем алыусы биш йәш райондашыбыҙ ҡатнашты. Сараны ойоштороусылар балалар өсөн ҡыҙыҡлы һәм бай йөкмәткеле программа әҙерләгән. Тантанала ҡатнашыусы малайҙар һәм ҡыҙҙар әкиәт геройҙары күрһәткән тылсымлы тамаша ҡарап һәм Ҡыш Бабай бүләктәрен алып,байрамдан бик тә ҡәнәғәт булып, шат кәйеф менән ҡайттылар.

Республиканың төп байрамында ҡатнашып
Республиканың төп байрамында ҡатнашып
Республиканың төп байрамында ҡатнашып
Республиканың төп байрамында ҡатнашып
Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас: