САРМАНАЙ
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 мая - День Победы
14 Ноябрь 2023, 16:13

Зарарлы ғәҙәттәрҙән һаҡлап ҡалыу өсөн

Ноябрь айында Саҡмағош районында тәмәке тартыуҙы, исерткес эсемлектәргә һәм наркотик мәтдәләргә бәйлелекте киҫәтеү маҡсатында профилактика айлығы иғлан ителде.

Зарарлы ғәҙәттәрҙән һаҡлап ҡалыу өсөн
Зарарлы ғәҙәттәрҙән һаҡлап ҡалыу өсөн

Уға райондағы ойошма-учреждениелар әүҙем ҡушылды. Айлыҡ дауамында үҫмерҙәрҙе һәм йәштәрҙе был зарарлы ғәҙәттәрҙән ҡурсалауға айырыуса ҙур иғтибар бүленә, ошо маҡсатта улар ҡатнашлығында күп һанлы саралар үткәрелә. Ошондай күләмле сараларҙың береһе Үрнәк урта мәктәбендә лә ойошторолдо. Бында 5-9, 11 синыфтарҙа белем алыусы уҡыусылар менән наркоманияны, тәмәке тартыу һәм алкоголле эсемлектәрҙе ҡулланыуҙы киҫәтеү, үҫмерҙәрҙе сәләмәт тормош рәүешенә йәлеп итеү маҡсатын күҙаллаған фәһемле осрашыу булды.
Сарала район хакимиәтенең балиғ булмағандар менән эшләү буйынса комиссияһы секретары Г.Ш.Бакиева, балиғ булмағандар менән эшләү төркөмө инспекторы, полицияның өлкән лейтенанты Э.Д.Исмәғилева, үҙәк район дауаханаһының табиб-психиатры Р.А.Исмәғилев, табиб-акушеры Г.Х.Береснева, медицина психологы Г.Ф.Яҡупова, йәштәр менән эшләү буйынса белгес И.Х.Мансурова, райондың “Беренселәр хәрәкәте” советы рәйесе А.Р.Мадияров ҡатнашты. Улар үҫмерҙәргә наркотиктарҙың, тәмәкенең һәм спиртлы эсемлектәрҙең сәламәтлеккә һалған зыяны тураһында аныҡлап аңлатып, үҙҙәрен һәм яҡын кешеләрен был золомдан аралап ҡалыу, ошо яман ғәҙәттәргә ҡаршы тороу ысуллары тураһында һөйләнеләр. Бынан тыш, һөйләшеү барышында иртә башланған ололар тормошо, йәшләй ауырға ҡалыуҙың һөҙөмтәләре тураһында һүҙ алып барылды. Малайҙар һәм ҡыҙҙарға шулай уҡ балиғлыҡ йәшенә инмәгәндәр өсөн ғәмәлдә булған комендант сәғәте талаптары тураһында да аңлатылды. Бындай саралар үҫеп килеүсе йәштәр өсөн фәһемле булып, уларҙы сәләмәтлекте генә түгел, тоташ тормошта емерә торған яман ғәҙәттәрҙән һаҡлап ҡалыуға ҙур өлөш кертер тип өмөтләнәбеҙ.

Зарарлы ғәҙәттәрҙән һаҡлап ҡалыу өсөн
Зарарлы ғәҙәттәрҙән һаҡлап ҡалыу өсөн
Зарарлы ғәҙәттәрҙән һаҡлап ҡалыу өсөн
Зарарлы ғәҙәттәрҙән һаҡлап ҡалыу өсөн
Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас: