САРМАНАЙ
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 мая - День Победы
11 Август 2023, 17:45

Туған телдәрҙә белем биреү мәсьәләләре тикшерелде

Ошо көндәрҙә республика мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһе башланды.

Туған телдәрҙә белем биреү мәсьәләләре тикшерелде
Туған телдәрҙә белем биреү мәсьәләләре тикшерелде

Уның сиктәрендә 10 августа Өфө ҡалаһындагы республика “Смарт” 2-се һанлы күп профилле полилингваль гимназияһы базаһында “Мәктәпкәсә һәм дөйөм белем биреү системаһында милли мәғариф” проект сессияһы үтте. Унда беҙҙең Саҡмағош районы вәкилдәре лә ҡатнашты. Республика ата-әсәләр советы ағзалары менән муниципаль район һәм ҡала округтары мәғариф бүлектәренең туган телдәрҙе уҡытыу буйынса белгестәре, методистары ҡатнашлығындағы осрашыу барышында балалар баҡсаһында, мәктәптә туған телде өйрәнеү төркөмен йәки синыфын асыу, интернет селтәрендә туған телдәге контентты ойоштороу, туған телдәрҙе өйрәнеүгә мотивациялау, уларҙа өстәмә белем биреү мөмкинлектәре, ғаиләлә балаларҙы туған тел нигеҙендә тәрбиәләү, милли балалар баҡсалары һәм милли мәктәптәр ролдәре мәсьәләләре тикшерелде.

Туған телдәрҙә белем биреү мәсьәләләре тикшерелде
Туған телдәрҙә белем биреү мәсьәләләре тикшерелде
Туған телдәрҙә белем биреү мәсьәләләре тикшерелде
Туған телдәрҙә белем биреү мәсьәләләре тикшерелде
Туған телдәрҙә белем биреү мәсьәләләре тикшерелде
Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас: