САРМАНАЙ
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 мая - День Победы
2 Август 2023, 17:14

Бөгөн – “ҡанатлы пехота” байрамы

2 августа илебеҙҙә Рәсәйҙең Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө билдәләнә.

Бөгөн – “ҡанатлы пехота” байрамы
Бөгөн – “ҡанатлы пехота” байрамы

ВДВ – дәүләтебеҙ армияһының ғорурлығы. Ул – ир аҫылдары өсөн ысын мәғнәһендә ҡаһарманлыҡ мәктәбе. “Беҙҙән башҡа беркем дә түгел” девизына тоғоро ҡалып, был төр ғәскәрҙәрҙә сынығыу үткән ир-егеттәр күп төрлө хәрби хәрәкәттәрҙә еңелмәҫ рух ныҡлығын күп тапҡырҙар иҫбатланылар. Әлеге ваҡытта ошо төр ғәскәрҙәр яугирҙәре Украинала барған махсус хәрби операцияла ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ өлгөләре күрһәтә. Беҙ ҡурҡыу белмәҫ, ҡөслө рухлы һәм Ватаныбыҙға сикһеҙ тоғро булған был хәрбиҙәргә һоҡланабыҙ һәм улар менән ғорурланабыҙ, уларҙың ныҡлы яҡлауын тоябыҙ. Яҡташтарыбыҙ был төр ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итеп ҡайтҡас, райондың йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнашып, патриоттарҙың йәш быуындарын тәрбиәләүгә үҙ өлөштәрен индерәләр, хеҙмәттәштәренә – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итәләр. Беҙ райондаш десантсыларға һәм ветерандарға ныҡлы сәләмәтлек, именлек һәм баш осонда тыныс күк йөҙө булуын теләйбеҙ. Бөгөн беҙҙең Саҡмағош районы десантсылары Алкиноның “Патриот” хәрби-патриотлыҡ паркында үткән “Геройҙар уҙышы”нда ҡатнашалар. Көндөҙгө сәғәттәргә улар ҡаршылыҡлы йөгөрөш дистанцияһын уңышлы үтеп, берҙәмлектәрен, рух ныҡлығын йәнә дәлилләнеләр. Кинәт яуа башлаған ямғир биремләрҙе үтәүҙе берни ҡәҙәр ҡатлауландырһа ла, армияла алған сынығыу һәм яҡшы физик әзерлек бөтә сынауҙарҙы уңышлы үтәргә ярҙам итте. Уңыштар һеҙгә, яҡташтар!

Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас: