Әңгәмәләр ваҡытында яҡташ егеттәребеҙ уҡыусыларға хәрби бәрелештәр барған террорияларҙа Рәсәй һалдаттарының көнкүреше, неонацистарға ҡаршы батырҙарса көрәше, хеҙмәттәштәренең яу яландарында күрһәткән батырлыҡтары һәм туған яҡтарҙан, уҡыусыларҙан килгән рәхмәтле хаттарҙың уларға дошманды еңеүгә ни ҡәҙәр көс-дарман биреүе тураһында һөйләнеләр.
Бындай осрашыуҙарҙы ойоштороп үткәреү ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә. Йәш быуынды үҙебеҙҙең күҙ алдында булған, улар ысынбарлыҡта белгән, күргән һәм һәр ваҡыт Ватаныбыҙҙы яҡларға әҙер булған ҡаһарман яҡташ егеттәр өлгөһөндә тәрбиәләү мөһим. Беҙ яугир райондаштарыбыҙға ныҡлы сәләмәтлек, уңышлы хеҙмәт һәм мөмкин ҡәҙәр тиҙрәк хәйерле еңеүҙәр яулап, иҫән-имен булып, туған яҡтарыбыҙға әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ! Райондаштарҙың ихлас доға-теләктәре һеҙҙе бөтә хәүефтәрҙән һаҡлап йөрөтһөн ине!