САРМАНАЙ
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Һәр заманда бөтә халыҡ байрамы буласаҡ

Беҙ быйылғы яҙҙа Бөйөк Ватан һуғышында яуланған Бөйөк Еңеүҙең 78 йыллығын билдәләйбеҙ.

Һәр заманда бөтә халыҡ байрамы буласаҡ
Һәр заманда бөтә халыҡ байрамы буласаҡ

Игенче Игенче, 5 мая в 16:26 Хәтер эстафетаһына ҡушылып Апрель ахырында илебеҙҙә “Георгий таҫмаһы” Дөйөм Рәсәй акцияһы старт алды. Ул Ватанды һаҡлағанда һәләк булған яугирҙәр тураһында яҡты хәтерҙе һаҡлау маҡсатынан һәр йылда Бөйөк Еңеү байрамы алдынан үткәрелә. Был акция – үткән быуындарҙан бөгөнгө быуын вәкилдәренә тапшырылып килгән хәтер эстафетаһы. Халыҡ хәтере, атай-олатайҙар ҡаһарманлығына хөрмәт һәм ихтирам, улар менән ғорурланыу, үҙ ереңде, халҡынды, телеңде һәм исемеңде һаҡлап ҡалыу эстафетаһы... Әлеге сараға Саҡмағош районының Йомаш ауылы моделле китапханаһы хеҙмәткәрҙәре һәм ауыл халҡы әүҙем ҡушылды. Реализация национальной политики Игенче Игенче, 5 мая в 16:28 Һәр заманда бөтә халыҡ байрамы буласаҡ Беҙ быйылғы яҙҙа Бөйөк Ватан һуғышында яуланған Бөйөк Еңеүҙең 78 йыллығын билдәләйбеҙ. Бөгөн иң ҙур тәбрикләүҙәр, әлбиттә, утлы алыштарҙа ҡатнашҡан һәм ҡан ҡойған, алыҫ тылда баҫыу-фермаларҙа, завод-фабрикаларҙа Еңеү таңын аттырыу өсөн бар көсөн һалған хөрмәтле ветерандарыбыҙға юллана. Һәммәбеҙҙе лә берләштереүсе, барыбыҙ өсөн дә үтә яҡын һәм ҡәҙерле әлеге байрам көнөндә беҙ оло хөрмәт менән һуғыш яландарында ятып ҡалған, тылда фиҙәҡәрлек өлгөләре күрһәтеп, үҙ-үҙҙәрен аямаған, яуҙан иҫән әйләнеп ҡайтып илебеҙҙе емереклектәрҙән тергеҙеүгә үҙ өлөшөн индергән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө көнгә ҡәҙәр килеп етә алмаған еңеүсе ҡаһармандарыбыҙҙың яҡты иҫтәлеге алдында тәрән хөрмәт менән баш эйәбеҙ, улар менән сикһеҙ ғорурланыубыҙҙы белдерәбеҙ. Хөрмәтле Бөйөк Ватан һуғышы һәм тыл ветерандары, атайһыҙ үҫкән, сабый ғына көйөнсә ил именлеге хаҡына фиҙәҡәр хеҙмәте менән Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн тырышҡан бөтә яҡташтарыбыҙ! 9 май көнө һәр ваҡытта бөтә халыҡ байрамы булып һаҡланасаҡ. Һеҙҙең тиңдәшһеҙ батырлығығыҙ, рух ныҡлығығыҙ, намыҫлы хеҙмәтегеҙ, фиҙәҡәрлегегеҙ беҙҙән һуңғы быуындар өсөн дә лайыҡлы үрнәк буласаҡ. Бөйөк Еңеү көнө менән тәбрикләп, һеҙҙең барығыҙға ла ныҡлы сәләмәтлек, бәхетле, имен тормошта, етешлек-бәрәкәттә оҙон ғүмер кисереүегеҙҙе теләйбеҙ.

Һәр заманда бөтә халыҡ байрамы буласаҡ
Һәр заманда бөтә халыҡ байрамы буласаҡ
Автор:
Читайте нас: