САРМАНАЙ
+9 °С
Ясно
9 мая - День Победы
8 Марта 2023, 09:00

Яҙҙың яҡты байрамы менән ҡотлап

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан Саҡмағош район мәҙәниәт йортонда ҙур байрам тантанаһы үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google

Унда районыбыҙҙың йәмғиәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, хеҙмәт урындарында алдынғы булған һәм илебеҙҙең лайыҡлы ул-ҡыҙҙарын тәрбиәләп үҫтергән гүзәл ҙаттарға ҡәҙер-хөрмәт күрһәтелде. Байрам тантанаһына килеүселәр алдында Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Роберт Юлдашев, “Ҡурайсы” этно-төркөмө һәм «Guzal – Dance» бейеү ансамбле артистары сығыш яһап, байрам кәйефе бүләк итте. Был ижади коллективтарҙы яҡташыбыҙ, “Атайсал” проектының актив ҡатнашыусыһы Рәғит Рәшит улы Сөләйманов саҡырҙы.

Яҙҙың яҡты байрамы менән ҡотлап
Яҙҙың яҡты байрамы менән ҡотлап
Яҙҙың яҡты байрамы менән ҡотлап
Яҙҙың яҡты байрамы менән ҡотлап
Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас