Бөтә яңылыҡтар
9 мая - День Победы
24 Ноябрь 2022, 14:50

Халыҡтар берҙәмлеге – йәшәү аҫылы

Был көндәрҙә Саҡмағош мәҙәниәт йортоноң сәхнә оҫталары район биләмәләрендәге ауылдарға сығып, “Пушкин картаһы” федераль программаһы сиктәрендә күсмә концерттар ойоштора. Уларҙың сираттағы шундай сығыштары Үрнәк ауыл мәҙәниәт йортонда булды. Концерт шулай уҡ илебеҙҙә иғлан ителгән Халыҡ ижады һәм Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мирасы йылына арналды. Әлеге сараны үткәреүҙең төп мҡаҡсаты – йәш быуын вәкилдәре булған тамашасыларҙа сәнғәт зауығы, рухи мәҙәниәт тәрбиәләү.

Халыҡтар берҙәмлеге – йәшәү аҫылы
Халыҡтар берҙәмлеге – йәшәү аҫылы


Сығыштар барышында сәхнә оҫталары районда ғүмер итеүсе халыҡтар мәҙәниәттәренең бөтә күркәмлеген һәм байлығын аҫырға ынтылды. Илебеҙҙе, тыуған еребеҙ матурлығын данлаусы йырҙар рус, башҡорт, татар, сыуаш, мари телдәрендә яңғыраны. Хореография коллективтары һәм яңғыҙ бейеүселәр тамашасыларға төрлө милләт биейеүҙәре гөлләмәһен бүләк итте.
Әлеге ваҡытта йәш быунға халыҡтар дуҫлығы, берҙәмлеге, ватанпәрвәрлек хистәренең ни дәрәжәлә мөһим икәнлеген аңлатыу айырыуса мөһим. Сөнки ерҙәге тыныслыҡҡа бары тик унда йәшәүсе бөтә милләттәрҙең бер-береһенең рухи аҫылларын һәм ҡиммәтен хөрмәт итеүе, баһалауы булғанға ғына ирешеп була.
Сайтҡа Рәзилә Арыҫланова әҙерләне.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: район мәҙәниәт йорто сайты.

Халыҡтар берҙәмлеге – йәшәү аҫылы
Халыҡтар берҙәмлеге – йәшәү аҫылы
Халыҡтар берҙәмлеге – йәшәү аҫылы
Халыҡтар берҙәмлеге – йәшәү аҫылы
Автор:Сайтҡа Рәзилә Арыҫланова әҙерләне.
Читайте нас в