

Сарала республика Хөкүмәте ағзалары, төбәк министрлыҡтары һәм ведомстволары, хоҡуҡ һаҡлау органдары, ҡала хакимиәте етәкселәре ҡатнашты.
Кәңәшмәне асып, Башҡортостан Башлығы муниципалитеттың республика иҡтисадына индергән өлөшө ҙур булыуын билдәләне.
– Ябай булмаған шарттарға ҡарамаҫтан, беҙ тормоштоң бөтә өлкәләренең дә тотороҡло үҫешен тәьмин итәбеҙ. Тәү сиратта һүҙ сәнәғәт эше хаҡында бара, – тине Радий Хәбиров. – 2026 йылдың тәүге өс айында Башҡортостанда етештереү күләме дүрт процентҡа тиерлек артҡан. Ә Нефтекамала үҫеш темптары – яҡынса 12 процент. Был бик яҡшы. Ҡала шулай уҡ инвестициялар йәлеп итеү йәһәтенән әүҙем эшләй. 25 миллиард һумға 54 инициатива әүҙем фазала.
Төбәк етәксеһе «Нефтекама» йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе эшмәкәрлеген юғары баһаланы. Унда дөйөм суммаһы 2,5 миллиард һумлыҡ проекттар тормошҡа ашырыла. Әйтергә кәрәк, йылдам үҫеш биләмәләре резиденттары өсөн һалым һалыуҙың ябайлаштырылған системаһы буйынса ставкалар 2027 йылдың аҙағына тиклем оҙайтылған.
Эштең тағы бер мөһим йүнәлеше – инфраструктур һәм социаль объекттар төҙөү. Радий Хәбиров хәбәр итеүенсә, федераль ярҙам менән ҡала биләмәһендә һыу менән тәьмин итеү һәм һыу ағыҙыу селтәрҙәре яңыртыла. Бынан тыш, быйыл Нефтекама дәүләт филармонияһында капиталь ремонт эштәре башланды.
Яңы уҡыу миҙгеленә ҡалала яңыртылған Нефтекама машиналар эшләү колледжын асыу планлаштырыла. Ул Рәсәй Мәғариф министрлығы конкурсында еңеү яулаған – уҡыу йорто базаһында «НЕФАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән партнёрлыҡта заманса белем биреү кластеры булдырыла. Ә 14-се биҫтәлә «Йәштәр һәм балалар» милли проекты сиктәрендә 1,2 мең урынлыҡ республика буйынса иң ҙур мәктәптәрҙең береһе төҙөләсәк.
Радий Хәбиров уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса әүҙем эштәре өсөн муниципалитеттың идара итеү командаһына рәхмәт белдерҙе. Мәҫәлән, 2019-2025 йылдарҙа был йүнәлештәге федераль проект сиктәрендә Нефтекама биләмәһендә 38 объект төҙөкләндерелгән.
Башҡортостан Башлығы ҡаланың индустриаль флагманы булған «НЕФАЗ» автозаводы («КАМАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә инә) эшмәкәрлегенә айырыуса иғтибар бүлде.
– Һуңғы биш йылда предприятие яҡшы үҫеш күрһәтә. Был ваҡыт эсендә завод 161 миллиард һумлыҡ продукция оҙатҡан. Уртаса айлыҡ эш хаҡы һәм һалым түләүҙәре артты, – тине Радий Хәбиров. – Шул уҡ ваҡытта производство комплексының тотороҡло эшен һаҡлау буйынса алда бер нисә бурыс бар. Предприятие етәкселегенең «КАМАЗ» холдингы менән үҙ-ара хеҙмәттәшлеге сиктәрендә күрелгән саралар һөҙөмтәһендә 2026 йыл башынан Нефтекама майҙансығында етештереү дүрттән бер өлөшкә артҡан. Персоналдың штат һаны ла арттырыла. Республика ла пландарығыҙҙы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итергә әҙер.
Билдәләп үтәйек: 2025 йылдың ноябрендә Нефтекамала үткән Башҡортостан Хөкүмәтенең күсмә ултырышы үткәйне, уның йомғаҡтары буйынса ҡала үҫешенең юл картаһы раҫланды. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар был документтың үтәлешен, шулай уҡ иҡтисад һәм социаль өлкә тармаҡтары эшенең көнүҙәк мәсьәләләрен тикшерҙе.
Муниципалитет хакимиәте башлығы Эльдар Вәлидов Нефтекаманың төп үҫеш күрһәткестәре динамикаһы тураһында һөйләне. «НЕФАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Борис Хазиев предприятиены үҫтереү планы менән таныштырҙы. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов һәм республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – республиканың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев үҙ сығыштарында инвестиция потенциалын тормошҡа ашырыуға һәм ҡала сәнәғәтен үҫтереүҙең перспективалы йүнәлештәренә иғтибар бүлде.
Кәңәшмә эшенә йомғаҡ яһап, төбәк етәксеһе муниципалитет етәкселегенә ҡала үҫешенең яҡшы динамикаһы өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Урындағы идара итеү командаһы ярайһы уҡ һөҙөмтәле эшләй. Был Нефтекаманың мөһим социаль-иҡтисади күрһәткестәренә йоғонто яһай. Иң мөһиме, әлбиттә, иҡтисад – ҙур предприятиелар бар, улар яҡшы темпта эшләй, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. – Беҙҙең бурыс – канализация менән бәйле бөтә эштәрҙе тамамлау. Бынан тыш, полилингваль мәктәп-интернаттың йоҡо корпусын төҙөргә ниәтләйбеҙ. Ә дөйөм алғанда Нефтекама – ныҡлы, төҙөк ҡала, унда ысын хеҙмәтсәндәр эшләй.