

Кушнаренко ауылынан Артемий Старцев РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөшө, махсус хәрби операция үткәреү төбәгендә ашнаҡсы булып хеҙмәт итә. Бына бер йыл инде ул һалдаттар өсөн риҙыҡтар әҙерләй.
Артемийға 24 йәш, өйләнгән, улы Алан үҫеп килә. Туғыҙынсы синыфты тамамлағандан һуң ул ауыл хужалығы колледжында тракторсы-машинист белгеслеге ала. 2023 йылда ашнаҡсылар курсын тамамлай. Тормошоноң яңы сәхифәһе 2025 йылдың июнендә башлана.
А.Старцев ике аҙна дауамында әҙерлек подразделениеһында була. Медицинаны өйрәнәләр, атыу буйынса күнекмәләр үтәләр, СВО ветерандары, инструкторҙары улаҙы штурмлау ғәмәлдәренә өйрәтәләр.
Контракт хеҙмәте рядовойы "Метис" позывнойлы Артемий Старцев подразделение составында Запорожье өлкәһенен Бердск ҡалаһына килә. Ашнаҡсылар көн һайын иртәнге, төшкө һәм киске аштар әҙерләй. Меню штабта төҙөлә, көнөнә 350-400 кеше туҡландырыла.
Ремонт базаһында йыһазландырылған ашханала һалдаттар һәм офицерҙарға ашау ваҡытында бер аҙ ял итергә мөмкин. Ашнаҡсылар, хәрбиҙәрҙең кәйефен күтәреү өсөн, ризыҡтарҙы тәмле, өйҙәге кеүек бешерергә тырышалар.
–Күп милләтле состав булһа ла, беҙ барыбыҙ ҙа татыу йәшәйбеҙ, бер-беребеҙ менән тигеҙ аралашабыҙ, –тип һығымта яһаны Артемий.
Яҡташыбыҙ, шулай уҡ фронттағы һуғышсылар ҙа алғы һыҙыҡта үҙ эштәре менән Еңеүҙе яҡынайта.