САРМАНАЙ
+18 °С
Облачно
ВСЁ ДЛЯ ПОБЕДЫ
1 Июня , 05:43

Еңеүселәр быуынынан өлгө алып

Еңеүселәр быуынынан өлгө алыпЕңеүселәр быуынынан өлгө алып
Еңеүселәр быуынынан өлгө алып

Махсус хәрби операция зонаһында дошманға ҡаршы көрәштең алғы һыҙығында хеҙмәт итеп, илебеҙ бойондороһоҙлоғон һаҡлаған яҡташ егеттәребеҙ тураһындағы һәр яңылыҡ саҡмағоштар тарафынан айырым бер ғорурлыҡ менән ҡабул ителә. Күптән түгел районыбыҙға йәнә бер шундай һөйөнөслө хәбәр килеп иреште. Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин Указы менән яҡташыбыҙ, “Племяш” позывнойы менән Ватанға тоғро хеҙмәт итеүсе яугир дошманға ҡаршы алышта күрһәткән батырлығы һәм фиҙаҡәрлеге өсөн Изге Георгий орденының айырым билдәһе – IV дәрәжә Георгий тәреһе менән бүләкләнгән. Был билдә – хәрбиҙәр араһында юғары баһалана торған дәүләт бүләге. Уға лайыҡ булған яугир егет район үҙәгендә тыуып үҫкән. 2011 йылда Саҡмағош гимназияһын тамамлағас, уҡып, тәүҙә күрше республикала төҙөлөш монтаж колледжында иретеп ябыштырыусы һөнәрен үҙләштерә, унан, һалдат хеҙмәтен үтеп ҡайтҡас, Өфөлә нефть һәм газ сығарыу операторы һөнәре буйынса белем алғандан һуң алыҫ Себер яҡтарында эшләй. Яҡташыбыҙ махсус хәрби операция зонаһына 2024 йылда, Оборона министрлығы менән контракт төҙөшкәндән һуң китә. Ул тәүҙә танктарға ҡаршы көрәшеүсе дивизионда, алғы һыҙыҡта хеҙмәт итә. Артабан БПЛА операторы һөнәрен үҙләштерә. Ул быға ҡәҙәр дә Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының “Батырлыҡ өсөн” һәм дошмандың броне техникаһын ҡыйратҡан өсөн “Ҡаһарманлыҡ өсөн” миҙалдары менән бүләкләнә. Хәрби бурыстарҙы үтәгәндә ул дошмандың бернисә дроны осоп килгәнен асыҡлай һәм уларҙы бәреп төшөрә, шуның менән беҙҙең ғәскәрҙәр позицияларын һөжүмдән һаҡлап ҡала. Әйткәндәй, “Племяш” позывнойы менән танылған райондаш егетебеҙ Марселдең Ватаныбыҙҙы яҡларға үҙ ихтыяры менән китеүе лә һис осраҡлы түгелдер, моғайын. Уның әсәһе яғынан ҡарт олатаһы Әхмәтсолтан Искәндәр улы 1941 йылда илебеҙгә немец фашистары баҫып ингәс үк фронтҡа китә. Ғаиләһе – хәләле һәм алты ғәзизе йәшәгән йортҡа уның “Хәбәрһеҙ юғалды” тигән хәбәре генә килә. Һуғыш осороноң һәм унан һуңғы йылдарҙың бөтә михнәттәрен нығынып та бөтмәгән үҫмер иңдәрендә күтәргән Миҙхәт олатаһының һәм Ләлә өләсәһенең ауыр бала сағы тураһындағы хәтирәләрен белеп тыңлап үҫкән Марселдең дә илебеҙ өсөн һыналышлы осорҙа Ватаны һаҡларға ҡарар итеүелә тап шуңандыр ҙа, бәлки. Шулай уҡ Афған һуғышының утлығарасатлы юлдарын үтеп сыныҡҡан яугир, унан һуң оҙаҡ йылдар эске эштәр бүлегендә хеҙмәт һалып, райондаштар хоҡуҡы һағында торған атаһы Рөстәм Фидай улының тәрбиә үрнәге лә йоғонто яһамай ҡалмағандыр. Әгәр улар бөгөн яҡты донъяла булһа, Марсель менән сикһеҙ ғорурланырҙар ине. Яугирҙең әсәһе Эльвира Миҙхәт ҡыҙы әйтеүенсә, контракт төҙөшөү тураһындағы ҡарарҙы ул ныҡлап уйлап, йөрәге ҡушыуы буйынса ҡабул итә. Яугир олатай һәм атайҙарының юлын ейәндәр һәм улдар шулай лайыҡлы дауам итә. Хәҙер инде “Племяш” – шаҡтай тәжрибә туплаған яугир. “Өлкән хеҙмәттәштәремдән өлгө алып, хәрби һөнәр буйынса үҙем өсөн яңы булған белем тәжрибә алдым. Илебеҙҙең төрлө төбәктәренән килгән хеҙмәттәштәрем менән ныҡлап дуҫлаштыҡ, хәҙер инде беҙ туғандар кеүек, бер беребеҙ өсөн бик яҡынбыҙ. Бындағы шарттарҙа хәрби дуҫлыҡ – иң мөһиме, тиер инем”, – тип һөйләне яугир яҡташыбыҙ ул ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡас әңгәмәләшкән саҡта. Беҙ Марсель кеүек ҡыйыу райондаштарыбыҙ менән ихлас ғорурланабыҙ һәм илебеҙ сиктәре ышаныслы яҡланғанына ныҡлы ышанабыҙ. Яугир яҡташтарыбыҙҙың имен-һау булып, мөмкин ҡәҙәр тиҙерәк Еңеү менән туған еребеҙгә әйләнеп ҡайтыуҙарын көтәбеҙ. БПЛА ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү шарттары менән ҡыҙыҡһыныусылар ошо хаҡтағы тулыраҡ мәғлүмәттәрҙе башбат.рф. сайтында, шулай уҡ 122 номеры буйынса шалтыратып йәки район үҙәгенең Ленин урамындағы 51нсе һанлы бинала урынлашҡан хәрби комиссариатҡа 8-927-22-94-337 телефоны аша мөрәжәғәт итеп тә белә ала.

Еңеүселәр быуынынан өлгө алып
Еңеүселәр быуынынан өлгө алып
Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас