САРМАНАЙ
+15 °С
Облачно

Ер йөҙөндә тыныслыҡ булһын!

Районыбыҙҙын барлыҡ автомобиль йөрөтөүселәр ҙә тиерлек Азамат Камалетдиновты яҡшы автомеханик булараҡ белә. Унын алтын ҡулдары машина хужаларын һәр ваҡыт ҡотҡарып килә. Ләкин көндәрҙән бер көндө ул үҙ урынының махсус хәрби операция зонаһында булыуын аңлай һәм Ватанды һаҡлаусылар сафына баҫырға ҡарар.  Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы менән контракт төҙөшә. Бына бер йылдан артыҡ инде айырым автомобиль батальоны водителе булып хеҙмәт итә.

Ер йөҙөндә тыныслыҡ булһын!Ер йөҙөндә тыныслыҡ булһын!
Ер йөҙөндә тыныслыҡ булһын!

 

Күптән түгел «Титан» позывнойлы һуғышсы сираттағы ялына ҡайтты.

–Ирем ошндан ҡарарға килде, ә миңә уны ҡабул итеүҙән башҡа сара ҡалманы. Яҡындарын ҡәҙерләүсе,  балаларын, ирен яратыусы ҡатын-ҡыҙ, ғаиләһен һаҡлаусы әсә булыраҡ, миңә уның ҡарарын ҡабул итеү бик ауыр булды. Әлбиттә, йөрәгем менән китеүен теләмәнем, әммә аҡылым бының дөрөҫ ҡарар икәнлеген аңлай ине. Мин уны хупланым, – ти уның хәләле Гүзәлиә.

«Титан» позывнойлы һуғышсы-контрактсы Әхмәт ауылында йәшәүсе Рәмилә һәм Илдус Камалетдиновтарҙың күп балалы ғаиләһендә тыуып үҫә. Ата-әсәләре балаларын тырышлыҡҡа, намыҫлылыҡҡа  өйрәткәндәр, һәр ҡайһыһында патриотлыҡ хисе тәрбиәләй алғандар.

 Азамат ҡатыны менән өс бала үҫтерә. Бер нисә йыл элек улар район үҙәгенә күсенеп, ҙур йорт һатып алдылар. Камалетдиновтарҙың өлкәндәре Алмаз һәм Диана мәктәптә уҡый, кесеһе Аяз – балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе. Балалар аталары менән бик ныҡ ғорурланалар. Тормош иптәше эшһеҙ ултырмай, хужалығын алып бара, балаларын түңәрәктәр һәм секцияларға йөрөтә, сауҙа өлкәһендә эшләй.

Ҡатыны һөйләүенсә, өс бала атаһы һәр ваҡыт әҙ һүҙле булған. Хәҙер ҙә шулай –өйҙән йыраҡта булһа ла, нисек йәшәүе тураһында бер ни ҙә һөйләмәй.

–Ирем менән ғорурланам, сөнки намыҫы һәм выжданы паҡ. Ялға ҡайтҡан һайын, ниңә тағын унда бараһың тип һорайым, ә ул иптәштәрҙе алыштырырға кәрәк, тип яуаплай. Һәр кемдең ғаиләһе бар, һәр кемде көтәләр. Кемдеңдер әсәһе, кемдеңдер ҡартәсәһе, балалары бар. Ғөмүмән, тормош иптәшем үҙ илеңде һаҡлау, яҡлау – һәр ир-аттың намыҫ эше тип һанай, – тип һөйләп үтте иптәше хаҡында яугирҙең хәләле.

Әлбиттә, беренсе сиратта, контрактсы илде, ғаиләһен, халҡын яҡларға бара. Бынын өсөн барлыҡ егеттәргә көсөгөҙ етһен, тип теләйһе килә.

–Батальоныбыҙ күп милләтле. Бөйөк Рәсәйҙе ингуштар, дағыстандар менән бергә  иңгә-иң терәп яҡлайбыҙ. Лезгиндар, татарҙар, башҡорттар, рустар ҙа бар, – ди «Титан».

Ялы ваҡытында яҡташыбыҙ намыҫлы хеҙмәте һәм хәрби бурысҡа тоғролоғо өсөн муниципаль район хакимиәте башлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Бөгөн «Титан» хеҙмәт иткән хәрби часть Луганск йүнәлешендә нацистарға ҡаршы көрәшә. Яҡташыбыҙға һәм  ерҙә тыныслыҡ урынлашыуын яҡлаусыларға хеҙмәттәрендә уңыштар һәм тиҙ арала Еңеү менән өйҙәренә ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.

Автор:Айгөл ВӘЛИЕВА
Читайте нас