

Бындай бурысты Юғары Башкомандующий ил башлығы Владимир Путин ҡуйҙы. Шулай итеп ҡаршы яҡ техникаһының яртыһы СВО барышында тап бына пилотһыҙ осҡостар операторҙарының кулдары һәм күҙҙәре менән юҡ ителгән. Техника һәм ҡоралланыу дә рәжәһе ниндәй генә булмаһын, теләһә ниндәй хәрби операцияның уңышы яугирҙәргә, уларҙың батырлығына, һөнәри оҫталығына бәйле. Бөгөн пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары махсус хәрби операция зонаһын да баһалап бөтөргөһөҙ ярҙам күрһәтә. Был системаларҙы хәрбиҙәр үҙҙәре "беҙҙең күҙҙәр" һәм юғары теүәллектәге ҡорал, тип атай. Яҡташыбыҙ, "Черный" позывнойлы БПЛА операторы тураһында күп нәмәләр һөйләп булыр ине. "Черный" Үрге Йәркәй ауылында тыуып-үҫкән. Ғаиләлә беренсе бала булғанлыҡтан, ата-әсәһенә йорт эштәрендә ярҙамлашып, кесе туғандарын ҡарашып үҫә. Тиҫтерҙәре кеүек компьютер уйындары менән мауыға, бигерәк тә йыйнаҡлыҡ, тиҙлек һәм фекерләү талап ителгәндәре оҡшай. Әммә егет буш ваҡытын клавиатура артын да ғына үткәрмәй, спорт менән дә шөғөлләнә. Үрге Йәркәйҙәге дүртенсе урта мәктәпте тамамлағас, Баш ҡортостан аграр-технология колледжында уҡыуын дауам итә. Бында дөйөм төҙөлөш эштәре оҫтаһы белгеслеге буйынса һөнәр ала. 2025 йылдың 14 июнендә ул армия сафтарына юллана. Уссурийск ҡалаһындағы хәрби часта зенит-ракета ғәскәрҙәрен дә водитель булып хеҙмәт итә башлай. Бер аҙҙан үҙ теләге менән Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөшә. “Ни өсөн бындай ҡарарға килдегеҙ”, – тигән һорауға: "Беренсенән, Ватаныма хәүеф-хәтәр янағанда мин үҙемдең ситтә ҡала ал мауымды, унда булырға һәм Туған илгә файҙа килтерергә тейешлегемде аңланым. Башта бер аҙ ҡурҡыу бар ине, ләкин был – намыҫ эше. Әсәйемә берни тиклем ваҡыттан һуң ғына әйт тем," – тип яуапланы яҡташыбыҙ. Пилотһыҙ осоу аппараттары менән эш итеү нескәлектәренә яҡташыбыҙ өс ай дауамында Дондағы Ростовта уҡыған. Уҡы тыу теорияны ла, полигондарҙа практик дәрестәрҙе лә үҙ эсе нә алған. Арытабан батыр яҡ ташыбыҙ ике ай үҙ часындағы һалдаттарҙы БПЛА менән эш итергә өйрәтә – инструктор була. Уның һүҙҙәренсә, БПЛА – заманса һуғыштың киләсәге. Оператор техниканы белергә, шул уҡ урында ориентлашырға һәм теләһә ниндәй шарттарҙа эшләй белергә тейеш, сөнки иптәштәренең хәүефһеҙлеге уның ғәмәлдәренә бәйле. “Черный” Запорожье йүнәлешендә зенит-ракета полкында бүлек командиры, БПЛА операторы булып хеҙмәт итә. – Беҙ күк йөзөн даими күҙәтеп торабыҙ, сменалап эшләйбеҙ. Һәр ваҡыт эҙләнеүҙәбеҙ. Һәр осош – оло яуаплылыҡ. Беҙҙең бурыс – хәрби бурыс, уны дөрөҫ үтәргә кәрәк. Һөжүм итеүсе FPV дрондарҙы юҡ итәргә кәрәк беҙгә, – ти яҡташыбыҙ. Батыр һалдат ғинуар айында дошмандарҙың БПЛАларын асыҡлау һәм юҡ итеү буйынса бурыстарын үтәгәндә, оҫта һәм профессиональ эш итеү сәбәпле, ҡаршы яҡтың ике "Баба-Яга" гексакоптерлы БПЛАһын юҡ итә. Бөгөнгө көндә уның иҫәбендә – юҡ ителгән дошмандың өс дроны. "Черный" "Һуғышсан батырлыҡ өсөн" , "СВОла ҡатнашыусы" миҙалдары менән бүләкләнгән. "Черный"ҙың һүҙҙләренә ҡарағанда, уның өсөн БПЛА менән идара итеү – эшкенә түгел, ә штурмлау төркөмдәренә алға барыуҙа ярҙам итеү ҙә: ул, армияның «күҙҙәре һәм ҡолаҡ тары» кеүек, дошман позициялары тураһында мәғлүмәтте таба һәм тапшыра, беҙҙең штурмовиктар был участокка кергәнсе уларҙы юҡ итергә мөмкинлек бирә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы әйтеүенсә, хеҙмәт ауырлыҡтарын еңергә һәм хәрби рух ныҡлығын һаҡларға уға хеҙмәттәштәре һәм, әлбиттә инде, тугандарының – әсәһе, ҡустыһы һәм һеңлеһенең мөхәббәте һәм ярҙамы булышлыҡ итә. Эйе, махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итеү оло яуаплылыҡ, әхләҡи һәм физик яҡтан ныҡлы булыуҙы талап итә. Ватанға мөхәббәт – матур һүҙҙәр генә түгел, ныҡлы уйланылған ғәмәлдәр ҙә. Хәрбиҙе өйөндә ғәзиз кешеләре, туғандары, дуҫтары һағынып көтә. Яҡташыбыҙға тиҙерәк Еңеү менән, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда БПЛА ғәскәрҙәренә контракт сылар йыйыу дауам итә. Хеҙмәт менән ҡыҙыҡһыныусылар 122 номерына шылтырата ала. Бынан тыш, Башҡортостанда контракт буйынса хеҙмәткә ҡағылышлы башбат.рф сайты яңыр тылды. Портал СВО зонаһында хеҙмәт итергә теләүселәр өсөн БПЛА ғәсғәрҙәренең өҫтөнлөк тәре тураһында мәғлүмәт менән тулыландырылды. Шулай уҡ барлыҡ һорауҙар менән 8-917 760-07-09 телефоны йәки Үрге Йәркәй ауылы, Коммунистик урамы, 17 адресы буйынса мөрәжәғәт итергә була.