

Ошо яҙма нигеҙендә һәм үҙебеҙҙән өҫтәп был шәхес менән «Сарманай»ҙы уҡыусыларҙы ла таныштырырға булдыҡ. Ул 1987 йылдың 8 ғинуарын да Яңы Кәңгеш ауылында тыуған. Бөрө дәүләт социаль-педагогия академияһын тамамлағас, армияла хеҙмәт итеп ҡайта. Хеҙмәт эшсәнлеген Дүртөйлө ҡалаһының 4нсе һанлы мәктәбендә тарих һәм йәмғиәт белеме уҡы тыусыһы булып башлай (2012- 17). Был йылдар эсендә тырышлығы арҡаһында абруй яулаған егетте Исмаил ауылы мәктәбенә директор (2017-19) итеп тәғәйенләйҙәр. 2019 йыл дың февраль-май айҙарында Иванайҙа ла шул уҡ яуаплы вазифала була һәм унан һуң Дүртөйлө ҡалаһының 5нсе һанлы урта мәктәбенә етәкселеккә күсерелә. 2021 йылда “Башҡортостандың йыл мәктәп директоры” конкурсында “Лидерлыҡ һәм уңышлы етәкселек өсөн” номинацияһында еңеү яулай, Мәғариф хезмәткәрҙәре профсоюзының Дипломы, аҡсалата премияһы менән бүләкләнә. Райондың ижтимағи сәйәси тормошонда ла актив ҡатнаша, Дүртөйлө ҡалаһы Советына депутат итеп һайлана, «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы «Йәш Гвардия» бү лексәһенең етәксеһе лә була. Махсус хәрби операция баш- ланғас, ул үҙе теләп Оборо на министрлығы менән кон тракт төҙөшә. “Өлөшләтә мо билизацияға эләккән дуҫтарым, таныштарым унда булғанда, мин дә ситтә ҡала алмайым”, – тигән фекергә килә Илшат Ғәлимйән улы. Йәш быуындарға патриотизм төшөнсәһен өйрәтеүсе уҡытыусы өсөн был ҡарар бик урынлы яңғырай. Бөгөнгө көндә “Сенегал” ҡушаматлы яҡташыбыҙ Салауат Юлаев исемен йөрөткән батальондың Жуков орденлы 116нсы Росгвардия бригадаһында хеҙмәт итә. Пилотһыҙ осҡос аппараттар менән эш итеү уларҙың төп йүнәлештәренең береһе булып тора. Республикабыҙ Башлығы Р.Ф. Хәбиров ярҙамында был подразделение һәр ваҡыт көслө техника менән тәэмин ителеп тора. Әлегә «Уфимец» атамалы 100 FPV-дрон дошманға ҡаршы көрәшә, ә башҡорт «Ҡыш бабай»ҙары ретранслятор булараҡ ҡулланыла. Батырлыҡ үрнәктәре күрһәткән яугирҙар дәүләт бүләктәренә лайыҡ була. Илшат Ғәлимйән улы әйтеүенсә: “Яу ҡырында милләттәргә бүленеш юҡ, беҙ берҙәм бер ғаилә булып йәшәйбеҙ. Хатта, балаларыбыҙ үҫеп еткәс, уларҙы өйләндерергә һүҙ ҡуйышып, бер-беребеҙҙе “Ҡоҙа” тип йөрөтә лә башланыҡ”. Ил алдындағы изге бурысын үтәүсе яҡташыбыҙ техника, компьютер менән мауыҡҡан ир егеттәрҙе үҙ сафтарына әйҙәй һәм ашнаҡсы, водителдән алып БПЛА операторы вазифаларына урынлашыу өсөн саҡыра. Бригадаға +79373672870 и +79490489505 телефондары ашала яҙылырға мөмкин. Бары тик берҙәм көс, уртаҡ уй-хыялдар менән генә беҙ дошманды еңәсәкбеҙ! Илебеҙ киләсәгенә битараф булмайыҡ!