Республикала һәм шул исәптән беҙҙең Саҡмағош районында ла коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле эпидемиологик хәл киҫкен тора,сирләүселәр һаны артыуы күҙәтелә. Яңы коронавирус инфекцияһының “омикрон” тигән яңы штаммы килеп сығуы ла ҙур хәүеф тыуҙыра.
Муниципаль район хакимиәтендәге оператив штабтың 31 ғинуарҙа уҙған сираттағы ултырышында көн тәртибенә ошо һәм башка мөһим мәсьәләләр сығарылды һәм ҡаралды. Уны муниципаль район хакимиәте башлығы Р. Ф. Ямалеев асты һәм алып барҙы. Ул Zoom платформаһы аша онлайн форматта үтте. Ултырыш барышында район үҙәк дауаханаһы, мәғәриф бүлеге, хокуҡ һаҡлау органдары һәм башка социаль өлкәләр вәкилдәренең районда санитар-эпидемиологик хәл торошо, халыҡты вакциналау, был осорҙа мәктәптәрҙә һәм өҫтәмә белем биреү учреждениеларында эшсәнлекте ойоштороу, районда тейешле санитар-гигиеник ҡағиҙәлә-талаптарҙы үтәүгә ҡағылышлы сығыштары тыңланды.
“Коронавирус таралыуға бәйле хәл ҡатлаулы һаҡлана. Айырыуса балаларҙың сирләүе хәүеф һәм борсолоу тыуҙыра. Беренсел амбулатор ҡабул итеү ярҙамы бөтә кешеләргә лә күрһәтелергә тейеш. Етәкселәргә, ауыл биләмәләре башлыҡтарына ла сир таралыуға юл ҡуймаҫ өсөн төп игътибарҙы юнәлтеү мөһим. Волонтерҙар эшсәнлеге лә тейешенсә ойошторолорға тейеш. Йәшәү шарттары ауыр булған сирләүсе ғаиләләргә лә мотлаҡ рәүештә ярҙам итеүгә яуаплы ҡарарға саҡырам ”, – тине Реканс Фәнил улы, ултырышты йомғаҡлап.
Гәзиттең сираттағы һанын баҫмаға әҙерләү барышында район үҙәк дауаханаһының прививкалар яһау кабинетынан 1 февральгә 12-17 йәштәрҙәге 10 үҫмергә “Гам-Ковид-Вак-М” вакцинаһы яһалыу тураһында хәбәр алдыҡ. Был эш артабан да дауам итәсәк.
Яҙманың тулы вариантын “Игенсе” гәзитендә уҡырға була.