САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Здравоохранение
30 Август 2021, 12:04

Вакциналауның мөһимлеген яҡшы аңлайҙар

Саҡмағош районының Үрнәк фельдшер-аҡушерлыҡ пунктында бер көндә лә кеше өҙөлөп тормай. Бында хеҙмәт һалыусы аҡ халатлы шәфҡәт эйәләре Гөлнара Ғүмәрова менән Венера Ғайнуллина оҙаҡ йылдар дауамында халыҡ менән уртаҡ тел табып, килешеп эшләй. 

Вакциналауның мөһимлеген яҡшы аңлайҙар
Вакциналауның мөһимлеген яҡшы аңлайҙар

Саҡмағош районының Үрнәк фельдшер-аҡушерлыҡ пунктында бер көндә лә кеше өҙөлөп тормай. Бында хеҙмәт һалыусы аҡ халатлы шәфҡәт эйәләре Гөлнара Ғүмәрова менән Венера Ғайнуллина оҙаҡ йылдар дауамында халыҡ менән уртаҡ тел табып, килешеп эшләй. Үрнәк, Йәш көс һәм Нур ауылдарында йәшәүсе 678 кешенең, шул иҫәптән 18 йәшкәсә 100 баланың, сәләмәтлеге өсөн яуаплы был медицина хеҙмәткәрҙәре. “Беҙҙең эшсәнлегебеҙҙең төп маҡсаты – төрлө ауырулар килеп сығыуҙы профилактикалау, уларҙың халыҡ араһында таралыуына юл ҡуймау, сифатлы беренсел медицина ярҙамы күрһәтеү”, – ти улар. Профилактикалау тигәндә тәү сиратта вакциналаштырыу күҙ уңында тотола. Ә инде бар донъяны яулап алған үтә лә хәүефле коронавирус инфекцияһы пандемияһын “ауыҙлыҡлау” өсөн прививка эшләтеүҙең берҙән-бер һөҙөмтәле сара булыуын яҡташтарына аңлатыуға, уларҙы инфекция өҙлөгөүҙәренән һаҡлап ҡалыуға Үрнәк ауылы шәфҡәт туташтары бар тырышлығын һала. “Беҙгә мөрәжәғәт иткән пациенттарыбыҙ үҙ сәләмәтлеген һаҡлауға бик яуаплы ҡарай, табибтарҙың күрһәтмәләрен тәүәл үтәргә ынтылалар. Ковид инфекцияһына ҡаршы прививканы эшләтеүҙән дә баш тартыусылар юҡ. Пунктҡа вакциналар ҡайтыу тураһында хәбәр итеү менән прививка эшләтергә киләләр. Әлеге көндә яҡташтарҙың алтмыш проценты вакцинанын ике компонентын да, ун проценты бер компонентын алды. Уҙған аҙнаның йомаһында бер компонентлы “Спутник-лайт” препараты ҡайтты. Әлегә вакциналау үтеп өлгөрмәгән кешеләр уны яһатырға киләбеҙ тип торалар. Сөнки күбеһе әлеге инфекцияның ни ҡәҙәр ауыр үтеүен, ниндәй өзлөгөүҙәргә килтерүен күрде, ныҡлап аңланы. Шуға ла прививка эшләтеү мәсьәләһендә һис икеләнмәйҙәр”, – ти Гөлнара Йәмил ҡыҙы.
Беҙ Үрнәк медицина пунктына барған көндә лә бында вакцина һалдырырға бер нисә кеше килгәйне. Хаҡлы ялдағы Нәзилә апай һәм Данис ағай Ғайсиндар, Рида апай Раянова һәм башҡа өлкән инәйҙәрҙең фекере бер: сәләмәтлек кенә түгел, хатта ғүмерҙәргә ҙур хәүеф менән янаған был инфекцияны бары тик прививка ярҙамында ғына киҫәтеп була.

Автор:
Читайте нас: