Кушнаренко тоҡомсылыҡ хужалығында мал аҙығы әҙерләү эштәре бик актив бара. Механизаторҙар малсылыҡта ҡышҡы уңыш күп яҡлап бөгөн баҫыуҙарҙа нисек эшләүҙәренә бәйле булыуын яҡшы аңлайҙар. Оҙаҡҡа һуҙылған көслө эҫелек, яуым-төшөмдөң етерлек булмауы сәбәпле, быйыл үлән ҡалын түгел. Ә ҡалҡыулыҡтарҙа бөтөнләй көйөп бөттөләр. Бесән әҙерләү башҡа йылдарҙағынан иртәрәк башланды. Үлән сабыуға өс берәмек техника йәлеп ителгән. Александр Бородич һәм Альберт Зиннәтуллин үҙйөрөшлө «Челленджер» һәм «Мещера» сапҡыстарын, Рәсүл Садиков роторлы сапҡысты файҙаланалар. Айнур Сафин елләгән үләндәрҙе «Беларус» тракторында теҙемдәргә йыя. Унан прессподборщиктар эшкә керешә. Механизаторҙар Илдус Мәсәлимов, Рәсим Садиҡов һәм Рүзәл Вәлиев бесәнде рулондарға төрә. Эдуард Фәттәхов рулондарҙы башта баҫыуҙан тейәп оҙата, унан бесән һаҡлағыста өйә. Әхнәф һәм Раил Садиковтар арбалы тракторҙарҙа бесән төргәктәрен һаҡлау урынына ташый. Механизаторҙар көн дауамында арыу-талыу белмәй эшләйҙәр. Бесән әҙерләү менән бер рәттән, сенаж һалыу дауам итә. Беҙ килгән көндө Илфир Кәримов «Полесье» комбайнында үләндәрҙе сенажға ура ине. Бер туған Раил һәм Рәсим Садиҡовтар йәшел массаны тракторҙарҙа баҙлау урынына ташыйҙар. Рим Зиннәтуллин һыуһыл аҙыҡты тығыҙлап тора.