САРМАНАЙ
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
21 Октябрь 2022, 11:45

Изге күңелле Фәниә инәй

Лаяшты ауылында ғүмер кисереүсе 94 йәшлек Фәниә Баһманова һалдаттарга 20 пар ойоҡбаш ебәрә

Изге күңелле Фәниә инәй
Изге күңелле Фәниә инәй

Фәниә һәм Тимерхан (мәрхүм) Баһманова Лаяшты ауылында 50 йылға яҡын матур, татыу, күптәргә өлгө булып ғүмер кисерә. Тимерхан ағай Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, Берлинға тиклем барып етә. Улар 6 балаға ғүмер бүләк итеп, үҙҙәре үрнәгендә тәрбиәләп, оло тормош юлына сығара. Баһмановтар барлыҡ ғүмерҙәрен ауыл хужалығы менән бәйләп, М.Ғафури ис. колхозда намыҫлы хеҙмәт һала.

Бөгөнгө көндә лә Фәниә инәй өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, илдәге ваҡиғалар менән хәбәрҙар булып тора. Изге күңелле аҡ инәй радионан мобилизацияланған  хәрбиҙәргә ярҙам итеү мөмкинлеген ишетә. Ул ҡыҙҙарына шалтыратып: "Минең һалдаттарға ярҙам итәһем бик тә килә, йылы ойоҡбаштар алып ҡайтығыҙ әле", - тип әйтә.

Әсәйҙәренең ҡушҡанын үтәп, ҡыҙҙары Фәһимә менән Фәнәһиә икенсе көндө үк ҡайтып етә. Ишҡар ауылынан өлөшсә мобилизация буйынса Ватанды һаҡларға юлланған Камил Илһамовҡа үҙ ҡулдары менән тапшыра Фәниә инәй күстәнәсен.

“Улым, юлда дуҫлашҡан иптәштәрең менән бүлешерһең. Минең ойоҡбаштарҙы һалдаттар кейһә, был солғаныштар тиҙерәк бөтәр, тыныслыҡ урнашыр кеүек. Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ, мин һеҙҙе доғамдан ҡалдырмайым", - тип изге теләктәре менән оҙатып ҡала Фания Бикмөхәммәт ҡыҙы.

Шулай уҡ өлкән быуын вәкиле һабындар, татлы конфеттар ҙа ебәрә һалдаттарға.

Изге ғәмәлдәрең өсөн ҙур рәхмәт оло йөрәкле Фәниә инәй. Һеҙгә һаулыҡ, имен, бәхетле тормош теләйбеҙ. Бына кемдән өлгө алырға кәрәк, райондаштар!

Изге күңелле Фәниә инәй
Изге күңелле Фәниә инәй
Изге күңелле Фәниә инәй
Изге күңелле Фәниә инәй
Изге күңелле Фәниә инәй
Автор:Лира   Гәрәева
Читайте нас: