Санкт-Петербург һәм Өфө табибтары хәзер инде ай дауамында Мелитопольдә эшләй
Запорожьела халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү һәм унан файҙалана алыу мөмкинлеген федераль дәрәжәгә еткереү планлаштырыла, – тип хәбәр итә ҡәләмдәшебеҙ, “Октябрьский нефтяник” гәзитенең баш мөхәррире Анна Москалец. Ул азат ителгән территорияларҙа командировкала һәм ундагы хәлдәр тураһында репортаждар алып бара.
Бында Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән юғары класслы белгестәр килә һәм улар талап ителгән ярҙамды күрһәтеп кенә ҡалмай, урындағы табибтар өсөн фәнни-практик конференциялар да ойоштороп үткәрә, ти Анна. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: быға ҡәҙәр Запорожьела медицина ярҙамы күрһәтеү һәм күпселек лаборатор, диагностик тикшеренеүҙәр нигеҙҙә түләүле булған һәм күпселек кешеләр был хеҙмәттәрҙән файҙалана алмаған. Хәҙер иһә өлкәлә медицина ярҙамы бушлай һәм юғары технологияларға нигеҙләнә. Аныҡлап әйткәндә, бында дарыуҙар һәм йыһазҙар килтерелә башлаған.
В.А.Алмазов исемендәге фәнни-тикшеренеү үҙәгенән килгән табибтар төркөме етәксеһе, табиб-кардиолог Виктор Курьянов белдереүенсә, Мелитополь өлкә дауаханаһы базаһында ангиограф та булған йөрәк-ҡан тамырҙары үҙәге булдырырға планлаштырыла.
–Әлегә диагностика-тикшеренеүҙәрҙең бер өлөшө Бердянскта үткәрелә, – ти ул. – Әммә төп тикшеренеүҙәр Мелитопольҙә буласаҡ, сөнки ул өлкәнең географик үҙәге һәм бында кешеләр күберәк. Беҙ дауалау эшсәнлеген алып барабыҙ, амбулатор һәм стационар консультациялар, юғары технологиялы операциялар үткәрәбеҙ. Өфө табибтары шулай уҡ әүҙем рәүештә операциялар эшләй һәм процесста ҡатнаша. Пациенттарҙың байтағына ярҙам иттек инде, күп кешене юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн федераль үҙәктәргә ебәрергә планлаштырабыҙ. Тиҙ арала медицина ярҙамы күрһәтелеүгә айырыуса мохтаж булғандар һайлап алынды ла инде. Бынан тыш, телемедицина хеҙмәте лә көйләнгән. Урындағы халыҡ үҙҙәренә медицина ярҙамы бушлай күрһәтелеүгә бик ныҡ аптырай. Уларға был ысынан да шулай икәнлеген һәм Рәсәйҙә табибтар ярҙамы нигеҙҙә түләүһеҙ булыуы тураһында аңлатырға тырышабыҙ. Кыйммәтле медицина тикшеренүе ысулларыннан бөтен кешеләр дә файдалана алырга тиеш. Шул иҫәптән әҙ керемлеләр һәм хаҡлы ялдағы өлкәндәр дә, – ти Виктор.
Табибтар әйтеүенсә, Мелитопольҙә йөрәктең хроник, онкология ауырыуҙарынан интеккән, әммә операция яһалмаған кешеләр күп. Әйткәндәй, операция эшләнмәү сәбәпле, инфаркттарҙы хәттә бик йәш кешеләр дә кисерә.
–Бығаса 30 йәшлек кешелә инсульт осрағы нонсенс булһа, бында ундыйҙар ҙа осрай, – дип билдәләй В.Курьянов.
Табибтар әлеге хәлдәргә оптимизм менән ҡарай һәм бындағы медицинаны хәттә тиҙ арала федераль кимәлгә күтәрергә мөмкин тип иҫәпләй. Әлбиттә, әлегә бында күп белгеслектәр буйынса кадрҙар дефициты ҙур һәм тар белгестәр етмәгәнлеге асыҡ һиҙелә. Әммә иң мөһиме – ерле табибтар яңы белем үҙләштерергә бик теләйҙәр һәм быға әҙерҙәр.
Башҡортостан дәүләт медицина университетының анестезиология һәм реаниматология кафедраһы мөдире, медицина фәндәре докторы, профессор Илдар Лотфрахманов билдәләүенсә, Мелитополь һәм Запорожье өлкәһе белгестәре фәнни белем алыу йүнәлеше менән ныҡлап ҡыҙыҡһына һәм Өфө табибтары менән БДМУ уҡытыусылары уларға ярҙам итергә әҙер.
–Күсмә медицина бригадалары пандемия башланғанда уҡ төҙөлгәйне һәм БДМУ коронавирусҡа ҡаршы көрәштә актив ҡатнашты. Беҙ Башҡортостанға ла, Рәсәйгә лә, элекке совет республикалары дәүләттәренә лә әүҙем рәүештә ярҙам иттек. 20нән ашыу командировкала булдыҡ. Рәсәйҙең яңы төбәктәрендә сәләмәтлек һаҡлау өлкәһенә ярҙам талап ителгәс, беҙҙең медицина университеты етәкселеге был саҡырыуҙы ҡабул итте һәм бригадалар төҙөнө. Университеттың төп миссияһы белем биреү, фән һәм медицина булғанлыҡтан, беҙ бында ла ошо уҡ йүнәлештәр буйынса ярҙам итергә ынтылабыҙ, – ти И.Лотфрахманов. – Был осраҡта һүҙ юғары технологиялы операциялар яһау һәм ойоштороу ярҙамын күрһәтеү тураһында бара. Төп фраза – һаулыҡ һаҡлауҙың Рәсәй системаһына күсеү һәм шуға өҫтәп белемде күтәреү буйынса ярҙам. Беҙ бында инде төрлө белгеслектәргә эйә булған табибтар өсөн дүрт фәнни-ғәмәли
конференция үткәрҙек. Киләһе бригада беҙҙең эште дауам итәсәк. Бындағы белгестәрҙең бер өлөшөн үҙебеҙҙең федераль үҙәктәргә белемдәрен арттырыу-уҡытыу өсөн саҡырасаҡбыҙ.
Өфөнән килгән йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары хирургы Сергей Мусин әйтеүенсә, Мелитопольдә йыһазҙар, тикшереүҙәр үткәреү өсөн мөмкинлектәр етмәй, ә ауырыуҙар күп. Мусин үҙе урындағы поликлиникала пациенттарҙы ҡабул итә һәм уларҙың сәләмәтлеге торошон күҙәтә.
–Күп кешеләрҙең ауырыуҙары етди һәм ҡатлауланған. Кайһы берҙәренә етди операциялар талап ителә, беҙ инде документтарҙы әҙерләп ебәрҙек һәм пациенттар Симферопольгә барырға тейеш. Ә күпселек осраҡта кешеләр уларга нимә эшләргә һәм ҡайҙа мөрәжәғәт итергә кәрәклеген белми, – ти ул.
Травматолог-ортопед, медицина фәндәре кандидаты, БДМУ-ҙың балалар хирургияһы кафедраһы доценты Салауат Исламов Мелитопольҙең һәм өлкәнең балалар травматология һәм ортопедия тармағы айырым иғтибар талап итә, тип иҫәпләй.
–Бында ортопедия ярҙамына мохтаж булған балалар бик күп. Улар – ДЦП ауырыуынан, тумыштан килгән тайпылыштарҙан иҙа сигә, байтағына заманса ортопедия яйланмалары кәрәк. Яңы стандарттарға күсеү был проблемаларҙы хәл итер. Шулай уҡ балалар ортопед-травматологтарын йәлеп итергә лә кәрәк. Урта һәм өлкән йәштәгеләр өсөн травматология юғары дәрәҗәлә ойошторолған, травматолог-ортопедтарҙың яҡшы мәктәбе эшләй. Бында яңынан ҡайтып, эшебеҙҙе дауам итербеҙ тип ышанам. Мелитополь беҙгә бик оҡшаны, бында кешеләр яҡшы күңелле, беҙҙе туғандары кеүек ҡаршы алдылар, – ти ул.