-4 °С
Болотло
Бер быуатҡа яҡын ғүмерендә ул ҡайғыһын да, шатлығын да күп күргән. Ил тарихы юбилярҙың тормошо менән тығыҙ бәйләнгән. Бөгөн насарын иҫкә алмаһа ла, күҙҙәренә йәш килә. Һуғыш ваҡытында ас-яланғас баласағы, унан һуңғы ауыр йылдар... Барлыҡ мәхрүмлектәргә ҡарамаҫтан, ул Туған илгә һәм әйләнә-тирәләге кешеләргә мөхәббәт һаҡлап ҡалған. Оҙон ғүмерле инәй туған яғында йәшәүенә һөйөнә, яңылыҡтар менән ҡыҙыҡһына, зиһене камил, хәтере яҡшы. Йәшлегендә күргән ғазаптары өсөн яҙмыш уға ҡартлыҡ бәхете насип иткән.