Республика көнө алдынан Кушнаренко ауылының Андреевка төбәгендә «Әкиәт» тип исемләнгән яңы балалар баҡсаһы асылды. Мәктәпкәсә учреждение 220 малай һәм ҡыҙҙы ҡабул итте. Социаль әһәмиәтле был бинаны подрядсы – «Союз» йәмғиәте төҙөнө.
Балалар өсөн бина ысын-ысындан әкиәттәге һарай кеүек. Ихатаһы зауыҡ менән төҙөкләндерелгән, унда уйын майҙансыҡтары, ышыҡлау япмалары урынлашҡан. Бина эсендә спорт һәм музыка залдары, медицина бүлмәһе, психолог һәм логопед кабинеттары бар. Уйын һәм йоҡо бүлмәләренең һәр ҡайһы айырым төҫкә буялған.
Сарала балаларҙың үҙҙәре һәм уларҙың ата-әсәләренән тыш, күп ҡунаҡтар – төҙөүселәр, район хакимиәте, министрлыҡ һәм ведомстволар вәкилдәре, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары ҡатнашты.
Ҡыҙыл таҫманы ҡырҡыу хоҡуғыка муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Марат Әхмәҙуллин, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәисе урынбаҫары Рөстәм Әхмәҙинуров, мәғариф министры урынбаҫары Руслан Ханнанов, Социаль маҡсатлы программалар фонды директоры Аскар Ноғомановҡа бирелде. Унан һуң ҡунаҡтар яңы матур һәм сағыу объект буйлап мауыҡтырғыс экскурсияла булдылар.
Балалар өлкәндәр менән теләп аралаштылар, кем булырға теләүҙәре, ниндәй ризыҡтар яратыуҙары, мауыҡҡан шөғөлдәре тураһында һорауҙарға яуап бирҙеләр.
Тамаша залында тантананың финал өлөшө – концерт, сығыштар һәм бүләкләүҙәр булды. Ҡунаҡтар барыһын да ошо мөһим ваҡиға менән ихлас ҡотланы, балаларға, ата-әсәләргә һәм баҡса коллективына сәләмәтлек, шат кәйеф, уныштар һәм именлек теләнеләр.
Төҙөүселәр планлаштырылған бар нәмәне тулыһынса ғәмәлгә ашыра алған – баҡса бинаһы бик яҡты һәм йылы килеп сыҡҡан. Бында тәрбиәләнеүселәр һәм педагогтар коллективы төҙөүселәрҙең эшен лайыҡлы баһаланы. «Союз» төҙөлөш компанияһы директоры Руслан Халиҡов баҡса мөдире Людмила Онинаға яңы бинаның символик «алтын асҡыс»ын тапшырҙы.
Яны балалар баҡсаһы асылыу – район өсөн бик әһәмиәтле ваҡиға. Был республика Хөкүмәтенең тос ярҙамы һөҙөмтәһендә мөмкин булды.
«Әкиәт» балалар баҡсаһы малайҙар һәм ҡыҙҙар өсөн ысын-ысындан әкиәт донъяһына әүерелер, тип ышанабыҙ.