САРМАНАЙ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Октябрь 2022, 10:40

Дан обелискы асылды

Первушин ауылында Бөйөк Ватан һуғышы яландарында ятып ҡалған яҡташтарыбыҙға обелиск асыу тантанаһы үтте. Һуғыш йылдарында Гуровка, Петропавлов һәм Первушин ауылдарынан 500-ҙән артыҡ кеше фронтҡа киткән. Шуларҙың 331-е Туған илебеҙ азатлығы хаҡына башын һалған. Ул дәһшәтле йылдар һәр ғаилә тормошонда юйылмаҫ эҙ ҡалдырған.

Дан обелискы асылды
Дан обелискы асылды

 

Һәр кеше күңеленә яҡын был ҡоролманы төҙөү ауыл биләмәһендә йәшәүселәр башланғысы һәм хакимиәт бюджетынан аҡса бүлеү һөҙөмтәһендә мөмкин булды.

Тантанала ауыл кешеләре, уҡыусылар, ҡунаҡтар ҡатнашты.

Йыйылыусылар алдында сығыш яһап, Иҫке Ҡамышлы ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Рәшит Ғәлиев бөгөнгө ваҡиғаның бер кемде лә вайымһыҙ ҡалдырмауын билдәләне.

–Яҡташтарыбыҙ, илебеҙҙең барлыҡ халҡы кеүек үк, Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында ҡаһармандарса һуғыштылар, “Барыһы ла фронт өсөн, барыһы ла Еңеү өсөн” тип тылда фиҙаҡәр эшләнеләр. Һуғыш беҙҙең өсөн тарих ҡына түгел, уны бер касан да онотмаясаҡбыҙ, – тине.

Обелиск асыуҙа муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Марат Әхмәҙуллин, муниципаль район Советы секретары Айвар Таңғатаров, һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының район советы рәисе Венер Ғәлимов, урындағы ветерандар ойошмаһы етәксеһе Валентина Красноперова сығыш яһаны.

Йыйылыусылар һәләк булған яҡташтарын бер минут тын ҡалып иҫкә алдылар. Район мәҙәниәт йорто артистары, мәктәп уҡыусылары, «Калинка» халыҡ ансамбле һуғыш йылдары йырҙарын башҡарҙылар.

Сарала ҡатнашыусылар Хәтер аллеяһында ағастар ултыртты.

Автор:Айгөл ВӘЛИЕВА
Читайте нас: