САРМАНАЙ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
7 Октябрь 2022, 14:50

Ярҙамсыллыҡ һәм Ватанды һөйөү – аҫыл ир-егеттәр сифаты

Билдәле булыуынса, республикала Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров тәҡдиме буйынса махсус хәрби операцияла үҙ теләге менән ҡатнашкан һәм мобилизациянған ватандаштарыбыҙҙың ғаиләләренә һәм туғандарына социаль, психологик, көнкүреш һәм башҡа төр ярҙам күрһәтеү өсөн Миңнеғәле Шайморатов исемендәге волонтерҙар штабы эшләй башланы. Беҙҙең Саҡмағош районда бындай штаб Йәштәр үҙәгендә ойошторолды. Мобилизацияланыусылар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн гуманитар ярҙам район үҙәгенең Кооператив урамы, 61 йорт адресы буйынса ҡабул ителә.

Ярҙамсыллыҡ һәм Ватанды һөйөү – аҫыл ир-егеттәр сифаты
Ярҙамсыллыҡ һәм Ватанды һөйөү – аҫыл ир-егеттәр сифаты


Әйтергә кәрәк, бындай ярҙам йыйыуҙа Ватаныбыҙҙың хәүефһеҙлегенә, уның киләсәгенә битараф булмаған йәштәребеҙҙең дә инициатива күрһәтеүе уларға ҡарата хөрмәт хисе генә уята. Шәхси эшҡыуар, Яңы Ҡото ауылы биләмәһе депутаты Руслан Хафизов һәм Украиналағы махсус операцияла ҡатнашыусы райондашыбыҙ Денис Шәрифуллин – шундайҙарҙан. Улар муниципаль район хакимиәте менән берлектә беҙҙең райондан мобилизацияланған егеттәргә гуманитар ярҙам йыйыуҙы ойошторҙо. Руслан Хафизов әйтеүенсә, хәрби хеҙмәткә саҡырылған райондаштарыбыҙ өсөн кәрәк-яраҡтар “Шайба” кибетендә һәм уның үҙ йортонда йыйылды. Улар күптән түгел Саратов ҡалаһында булып, яҡташтарыбыҙға йыйылған гуманитар ярҙамды һәм яҡындары, дуҫ-туғандарының сәләмдәрен тапшырып, райондаш егеттәребеҙҙең күңелен күтәреп ҡайтты. Был изге ниәтте тормошҡа ашыру инициативаһы йәш эшҡыуарҙа нисек барлыҡҡа килгән һуң? Был һорауға Руслан Рәшит улы болай тип яуап ҡайтарҙы:
– Дуҫымның бер туған ҡуҫтыһына военкоматтан повестка килгәс, махсус хәрби операцияға барыусы яҡташтарыма ҡулымдан килгәнсә ярҙам итергә кәрәк, тигән теләк менән яна башланым. Сөнки дуҫымның ҡуҫтыһы ауылда йәшәй, 3 бала атаһы, бөгөнгө заманда ғаиләне тәьмин итеү өсөн былай да күп аҡса талап ителә, ә хәрби операцияға барырға юлланыусылар өсөн термокиеме лә, аяҡ кеймдәре лә һәм башҡа күп нәрсәләрнең кәрәк булыуы беркемгә лә сер түгел. Йәиһә, уларҙың күпселеге магазиндарҙа бөткән йәки бик ҡиммәт тә әле. Ә бындай ауыр хәлдә ҡалган кеше бер дуҫымның ҡуҫтыһы ғына түгел бит, бөгөнгө көндә бындай ярҙамға мохтаждар бихисап. Украиналағы махсус операцияла ҡатнашыусы тәжрибәле егет Денис Шәрифуллин менән кәңәшләштем дә, уның менән бергә яҡташтарыбыҙға нисек һәм нимә менән ярҙам итә алыуыбыҙ тураһында фекерләштек, кулыбыҙҙан килгәнсә ярҙам ойошторорға һөйләштек. Нисек битараф ҡалаһың инде, егеттәрҙең бит күпселеге минең йәштәштәрем, күбеһе – таныш-белештәр. Билдәле, яу ҡырында бер ней дә артыҡ булмай. Бындай ауыр ваҡытта бигрәк тә берҙәм булып, ҡулыбыҙҙан килгәнсә бер-беребеҙгә ярҙам итеп йәшәргә кәрәк, дип уйлайым.
Һанаулы көндәр эсендә райондаштарыбыҙҙың берҙәм ярҙамы менән мобилизацияланған егеттәр өсөн посылкалар йыйылды. Мөмкинлеге булған һәр кем ярҙам итергә тырышты. Улар өсөн изге күңелле райондаштарыбыҙ йылы кейемдәр, тиҙ боҙолмай торған аҙыҡ-түлек, кәрәкле әйберҙәр, хатта гитараға ҡәҙәр алып килгәндәр. Әйткәндәй, яҡташыбыҙ, танылған блогер, Омск ҡалаһындағы фажиғала сәләмәтлеген юғалтҡан Рөстәм Нәбиев тәүгеләрҙән булып аҡсалата ярҙам күрһәткән.
Әлбиттә, был изге эштә Руслан Хафизовтың төп ярҙамсыһы – уның тормош иптәше Иринаның ярҙамы баһалап бөткөһөҙ.
– Ғүмер юлдашым йөклөлөктөң ахырғы айында булыуға ҡарамаҫтан, миңә был эштә ҙур ярҙам күрһәтте. Китерелгән әйберҙәрҙе тартмаларға бүлеп тултырышты, исемлектәр төҙөнө, гел йәнәшәмдә булды. Мине был эштә хуплаған, бар яҡлап та ярҙам күрһәткән муниципаль район хакимиәте башлығы Реканс Фәнил улы Ямалеевҡа, бөтә битараф булмаған райондаштарға, дуҫтарыма, яҡындарыма ҙур рәхмәт белдерәм, – тине ул.

Автор:Илһөйәр Ғайсина.
Читайте нас: