САРМАНАЙ
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Сентябрь 2022, 15:55

Яҡташтарға ярҙам – изге эш

Саҡмағош егеттәре өсөн Ватанды һөйөү кеүек изге хис – йәшәү принцибы.

Яҡташтарға ярҙам – изге эш
Яҡташтарға ярҙам – изге эш

 Яҡташтарыбыҙ өлөшсә мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырылғас, Украинала үткән махсус операцияла ҡатнашып, туған яҡтарға ҡайтҡан Денис Шәрифуллин менән район эшҡыуары Руслан Хафизов хеҙмәткә саҡырылған егеттәрҙә гуманитар ярҙам йыйыуҙы ойошторҙо. Егеттәрҙең был изге эшенә күп райондаштар ҙа ҡушылды. Бөгөн, 30 сентябрҙә, улар менән муниципаль район хакимияте башлығы Реканс Фәнил улы Ямалеев әңгәмәләште.
Егеттәр ойошторған ярҙам йыйыуҙан тыш, Йәштәр үҙәгендә М.М.Шайморатов исемендәге волонтерҙар Штабы эш башланы. Гуманитар ярҙам район үҙәгенең Кооператив урамы, 61-нсе һанлы йорт адресы буйынса ҡабул ителә. Белешмәләр өсөн телефондар: 8800-201-89-03 (төбәк), 8(34796)3-12-63 (урындағы).

Автор:Сайтҡа Рәзилә Арыҫланова әҙерләне.
Читайте нас: