САРМАНАЙ
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Сентябрь 2022, 15:45

Беҙ һеҙҙе көтәбеҙ, егеттәр!

28 сентябрҙә саҡмағоштар тоташ район менән өлөшсә мобилизация буйынса яҡташтарын хәрби хеҙмәткә оҙатты.

Беҙ һеҙҙе көтәбеҙ, егеттәр!
Беҙ һеҙҙе көтәбеҙ, егеттәр!

Кисә, 29 сентябрҙә йәнә дүрт райондашыбыҙ хәрби ҡабатлау-өйрәнеүҙәр үткәрелгән ҡалаларға юл алды. Улар барыһы ла ғәскәри бурыстарын лайыҡлы башҡарып, сәләмәт һәм имен булып туған яҡтарға, ғаиләләренә әйләнеп ҡайтырҙар тип ныҡлы өмөтләнәбеҙ. Райондаштарыбыҙҙы бер ҙә юҡҡа ғына саҡматаштар менән сағыштырмайҙар. Һәр ваҡытта алдынғы сафтарҙа булған саҡмағош егеттәре Ватанды һаҡлағанда да һынатмай, намыҫ менән хеҙмәт итеүҙәренә иманыбыҙ камил. Уңыштар һеҙҙең бырығыҙға ла, беҙҙе һеҙҙе көтәбеҙ, егеттәр!

Индира Латипова фотолары. 

Автор:Сайтҡа Рәзилә Арыҫланова әҙерләне.
Читайте нас: