Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Сентябрь , 10:55

Күңелле сәйәхәт – үҙе бер ғүмер

Бөгөн, 22 сентябрҙә, районыбыҙҙың хаҡлы ялдағы өлкәндәре “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. 

Күңелле сәйәхәт – үҙе бер ғүмер
Күңелле сәйәхәт – үҙе бер ғүмер

Туризм” проекты сиктәрендә Бөрө ҡалаһына сәйәхәткә киттеләр. Унда район үҙәгенән, Яңы Ҡото, Митрә-Әйүп һәм башҡа ауылдарҙан дүрт тистәнән артыҡ кеше юлланды. Өлкәндәр менән муниципаль район хакимиәте бинаһында осрашып, район хакимиәте башлығы Реканс Фәнил улы Ямалеев һәм уның урынбаҫары Светлана Фларис ҡыҙы Шакирова әңгәмәләштеләр һәм хәйерле, имин юлдар теләнеләр. Арытабан истәлеккә күмәк фотоға төшкәндән һуң өлкәндәр уңайлы автобуста юлға ҡуҙғалды. Улар был сәйәхәткә Саҡмағош ауыл биләмәһе белгесе Луиза Шәрәфетдин ҡыҙы Хәбирова етәкселегендә бара.

Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас в