САРМАНАЙ
-1 °С
Облачно
Төрлөһөнән
18 Сентября 2022, 03:10

Беҙҙең коллективтар ҙа ситтә ҡалмай

Саҡмағош районында был ялдарҙа ла таҙартыу-төҙөкләндереү өмәләре дауам итә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Беҙҙең коллективтар ҙа ситтә ҡалмайБеҙҙең коллективтар ҙа ситтә ҡалмай
Беҙҙең коллективтар ҙа ситтә ҡалмай

Ауыл биләмәләренең һәм район үҙәгенең ойошма, предприятие һәм учреждениелары хеҙмәткәрҙәре үҙ эш биналары территорияһын көҙгө сүп-сарҙан таҙарта. Шулай уҡ хеҙмәт коллективтары вәкилдәре һыу буйҙарын, стадиондарҙы һәм башҡа йәмәғәт урындарының санитар торошон яҡшыртыуға ла үҙ көсөн индерә. Саҡмағош мәғлүмәт үҙәгенең “Игенсе”, “Сарманай” гәзиттәре редакцияһы һәм урындағы телевидение коллективтары үткән аҙнаның ил күләмендә иғлан ителгән шәмбе өмәһендә лә, бөгөнгөһөндә лә әүҙем ҡатнашып, район үҙәген йәмләү-йыйыштырыуға ярҙам итте.

Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас