САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Сентябрь 2022, 19:15

Телде һаҡлаусылар йәнә форумға йыйылды

9-10 сентябрҙә Өфө ҡалаһындағы “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһы базаһында Туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларының төбәк-ара форумы үтте.

Телде һаҡлаусылар йәнә форумға йыйылды
Телде һаҡлаусылар йәнә форумға йыйылды

Сарала Башҡортостан, Татарстан республикаларынан, Пермь крайы, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән туған тел һағында тороусылар йыйылды. Төбәк-ара форумда Саҡмағош районынан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берләшмә етәксеһе, Саҡмағош 1-се урта мәктәбе уҡытыусыһы Рәмзилә Рауил ҡыҙы Исламғәлиева ҡатнашты. Күркәм сараны асыу тантанаһындағы балаларҙың төрлө телдәрҙәге сығыштары байрамды тағы ла йәнләндерҙе. Бындай форумдар Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың башланғысына ярашлы йыл һайын ойошторола. Тәүге көндә тематик мәғариф кластерҙары һәм дискуссиялар ойошторолдо. Ә кисен ҙур концерт менән лайыҡлы уҡытыусыларҙы бүләкләү тантанаһы булды. 10 сентябрҙә туған телдәрҙе уҡытыуға арналған күргәҙмә һәм Өфө ҡалаһының төрлө уҡыу учреждениеларында бөгөнгө уҡытыу мәсьәләләренә арналған түңәрәк өҫтәлдәр, оҫталыҡ дәрестәре үтте. Төбәк-ара форум Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән осрашыу менән тамамланды. Унда тәрбиәселәр һәм уҡытыусылар туған телдәрҙе популярлаштырыу һәм мәктәпкәсә учреждениеларҙа уларҙы өйрәнеү өсөн шарттар булдырыу буйынса теләк-тәҡдимдәрен уҡып ишеттерҙе. “Ошо ике көн эсендә бик матур, файҙалы, кәрәкле сара үтте. Уның бөтә нескәлектәрен өйрәнеп, шул тиклем юғары дәрәжәлә үткәреүсе барлыҡ ойоштороусыларға: Мәғариф һәм фән министрлығына, Ресурс үҙәгенә, миңә фәһемле төбәк-ара форумда ҡатнашырға мөмкинлек биреүсе районыбыҙҙың мәғариф бүлеге етәкселегенә, Рәсимә Зәлиф ҡыҙы Баляговаға, Эльза Ильдус ҡыҙы Мөхәммәҙиеваға, Саҡмағош 1-се урта мәктәбе администрацияһына сикһеҙ рәхмәтлемен, – ти Рәмзилә Рауил ҡыҙы. – Форумда ҡаралған мәсьәләр киләсәктә тормошҡа ашһын, туған телдәр өйрәнелһен, тыуған илебеҙҙе, еребеҙҙе, телебеҙҙе һаҡлаусы йәш быуын үҫһен! — тигән теләктә ҡалам.” Эйе, Башҡортостандың киләсәге уҡытыусылар һәм балалар ҡулында.

Автор:Үҙ хәбәрсебеҙ.
Читайте нас: